Әхтәмов Рөстәм Әнүәр улы
Биографияһы
Рөстәм Әнүәр улы Әхтәмов 1975 йылдың 21 майында Өфө ҡалаһында тыуған.
Әхтәмов Рөстәм Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған[1].
Тормошо һәм хеҙмәт юлы
Хеҙмәт юлын 1998 йылда «Красноярск геофизика эштәре идаралығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә инженер-оператор булып башлай. 2010 йылдан «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәтенең компаниялар төркөмөндә эшләй, 2017 йылдан - генераль директорҙың дөйөм һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың берҙәм республика һайлау округы буйынса депутаты[2].
Ғаиләһе
Өйләнгән, ике ҡыҙы һәм улы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Энергетика минстрлығының Почёт грамотаһы
- Почетной грамотой Администрации городского округа город Уфа Республики Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Почёт грамотаһы