Ҡурәйш сүрәһе

Ҡурәйш (ҡорайыш) сүрәһе (ғәр. سورة قريش‎) (Ҡорайыш ырыуы исеменә), Ҡөрьән Кәримдең 106-сы сүрәһе. 4 аяттан тора, Мәккәлә иңгән сүрә. Риүәйәте:ҡорайыш ҡәбиләһе йылына ике мәртәбә сауҙагәрлек менән сәфәр ҡылған. Ҡыш көнө Йәмәнгә, йәй көнө Шамға (Дамаск) барғандар. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, уларҙы Харам-Шәриф әһеле тип хөрмәт иткәндәр. Аллаһы тәғәлә уларға биргән ниғмәттәрен бәйән итеп, әлеге сүрәне иңдергән

Ғәрәпсәһе

بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ


  1. لِاِیۡلٰفِ قُرَیۡشٍ
  1. اٖلٰفِہِمۡ رِحۡلَۃَ الشِّتَآءِ وَ الصَّیۡفِ
  1. فَلۡیَعۡبُدُوۡا رَبَّ ہٰذَا الۡبَیۡتِ
  1. الَّذِیۡۤ اَطۡعَمَہُمۡ مِّنۡ جُوۡعٍ ۙ وَّ اٰمَنَہُمۡ مِّنۡ خَوۡفٍ


Транскрипцияһы

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

  1. Лиьииләәфи ҡурәйш
  2. Иләәфиһим рихләтә-шшитәьи үә-ссайф
  3. Фәлйәғбүдүү раббә һәәҙәл-бәйт
  4. Әлләҙии атғәмәһум миң джүүғиү-үә әәмәнәһум мин хауф

Тәржемәһе

Шәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән...

  1. Ҡорайыш ырыуының берләшкән (ҡурсыулы) булыуы өсөн,,
  2. именлектә ҡыш та һәм йәй ҙә сәфәрҙә булыуҙары (өсөн),
  3. улар ошо йорттоң [Ҡәғбәнең] Раббыһына ғибәҙәт ҡылһындар,
  4. уларҙы аслыҡтан туйҙырыусы һәм ҡурҡыныстан һаҡлаусыға.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар