Нәфиғ әл-Мәҙәни

Нәфиғ ибн Ғәбд әр-Рахман (ғәр. نافع بن عبد الرحمن‎; рус. Нафи‘ ибн ‘Абдуррахман; 689, Мәҙинә — 785, Мәҙинә) — ислам диненең арҙаҡлы белгесе һәм хәҙистәрҙе тапшырыусы, Мәҙинә ҡарыйҙары имамы, исемдәре Ҡөрьән уҡыуҙың иң ышаныслы ҡираәттәре менән бәйле ете имамдың береһе.

Биографияһы

Нәфиғ ибн Ғәбд әр-Рахман яҡынса 689 йылда тыуған. Әл-Әсмәғи хәбәренә ярашлы, ул сығышы менән Исфаһандан булған[1].

Дини эшмәкәрлеге

Нәфиғ ибн Ғәбд әр-Рахман етмеш тәбиғүндән динде һәм Изге Ҡөрьәнде уҡырға өйрәнгән.

Ҡөрьәнде өйрәтеү менән бер рәттән, ул Сөннәтте таратыуға ҙур өлөш индергән[2].

Билдәле хәҙис белгестәре Әхмәт ибн Шөғәйеп ан-Нәсәғи һәм Яхъя ибн Мәғин уны хәҙистәрҙең ышаныслы тапшырыусыларына индергән, ә Ибн Хиббан ошо хаҡта «Сиҡәт» тигән китабында яҙған[2].

Әбү Жәғәфәр шәйех үлгәндән һуң ул оҙаҡ ваҡыт Мәҙинә мәсетендәге намаҙҙарҙа имам булған.

Иҫкәрмәләр

  1. Ибн Халликан, Ахмад ибн Мухаммад. Вафайат аль-а‘йан. Т. 5. С. 368.
  2. 1 2 Ибн Хаджар, Ахмад ибн ‘Али аль-‘Аскалани. Тахзиб ат-тахзиб. Т. 10. 364.

Тема буйынса өҫтәмә