Герой-ҡалалар

Герой-ҡала[1] — юғары дәрәжә билдәһе. Был маҡтаулы исемгә ССР Союзының 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында геройҙарса оборона менән дан ҡаҙанған ун ике ҡалаһы лайыҡ булған[2][3]. Был исем Мәскәү[4], Ленинград (1991 йылдан алып — Санкт-Петербург), Сталинград (1961 йылдан — Волгоград), Киев, Одесса, Севастополь, Новороссийск, Керчь, Минск, Тула, Мурманск, Смоленск ҡалаларына һәм Брест ҡәлғәһенә (берҙән-бер ҡәлғә-герой) бирелә[3].

Герой-ҡала тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусыларға Ленин ордены, «Алтын йондоҙ» миҙалы, СССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы тапшырыла.

Был ҡалалар территорияһында СССР Юғары Советы Президиумының почетлы исем биреү тураһындағы Указы тексы яҙылған стелалар, обелисктар һәм иҫтәлекле мемориалдар ҡуйылған[5].

Хәҙерге осор буйынса (2023 йылға ҡарата), 9 герой-ҡала РФ территорияһында, 2 Белоруссияла, 2 Украинала урынлашҡан[3].

Исем бирелеү тарихы

undefined

Тәү башлап 1945 йылдың 1 майында Юғары Баш командующийҙың № 20 бойороғо менән Ленинград, Сталинград, Севастополь һәм Одесса ҡалаларына герой-ҡала исеме бирелә[6]. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән «Киев оборонаһы өсөн» миҙалы индереү менән 1961 йылдың 21 июнендә Киев ҡалаһына герой-ҡала исеме бирелә[7].

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1965 йылдың 8 майында «Герой-ҡала» тигән почетлы исем раҫлана[8].

Был көндө СССР Юғары Советының тағы ете Указы сыға, улар нигеҙендә Волгоград (1961 йылға тиклем Сталинград), Севастополь, Ленинград, Одесса, Мәскәү, Киев ҡалалары һәм Брест ҡәлғәһе Герой-ҡала тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[9], уларға Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла. Артабан ҡала территорияһында СССР Юғары Советы Президиумы Указы тексы яҙылған обелисктар ҡуйыла.

1980 йылдың 18 июлендә Положение үҙгәртелә: унда почетлы исемурынына, юғары дәрәжә тамғаһы — «Герой-ҡала» тип яҙылған[10].

1973 йылдың 14 сентябрендә герой-ҡала исеме Керчь һәм Новороссийск, 1974 йылдың 26 июнендә — Минск, 1976 йылдың 7 декабрендә — Тула, 1985 йылдың 6 майында — Мурманск һәм Смоленскиға бирелә[11][9].

СССР Юғары Советы Президиумы 1988 йылда Герой-ҡала исемен биреүҙе туҡтатыу тураһында ҡарары сыға[11].

Герой-ҡалалар һәм герой-ҡәлғә

Герой-ҡала Юғары дәрәжә тамғаһы
биреү тураһында СССР-ҙың Юғары Советы

Президиумы
Указының датаһы

Хәҙерге осорҙа
дәүләткә
ҡарауы
1 Ленинград (1991 йылдан — Санкт-Петербург) 8 май 1965 йыл[* 1] Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
2 Одесса 8 май 1965 йыл[* 1] Украина Украина
3 Севастополь 8 май 1965 йыл[* 1] Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
4 Волгоград (1961 йылға тиклем — Сталинград) 8 май 1965 йыл[* 1] Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
5 Киев 8 май 1965 йыл[* 2] Украина Украина
6 Брест ҡәлғәһе 8 май 1965 йыл Беларусь Беларусь
7 Мәскәү 8 май 1965 йыл Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
8 Керчь 14 сентябрь 1973 йыл Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
9 Новороссийск 14 сентябрь 1973 йыл Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
10 Минск 26 июнь 1974 йыл Беларусь Беларусь
11 Тула 7 декабрь 1976 йыл Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
12 Мурманск 6 май 1985 йыл Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
13 Смоленск 6 май 1985 йыл Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
  1. 1 2 3 4 Указ о вручении медали «Золотая Звезда»; городом-героем назван в приказе № 20 Верховного главнокомандующего от 1 мая 1945 года
  2. Указ о вручении медали «Золотая Звезда»; городом-героем назван в Указе Президиума Верховного Совета СССР от 21 июня 1961 года «Об учреждении медали „За оборону Киева“»

Иҫтәлекле обелискылар һәм стелалар

Герой-ҡалаларға арналған мемориалдар

Герой-ҡалалар СССР филателияһында, 1965 йыл

Башҡа илдәрҙә герой-ҡалалар

Югославияла 1970 йылдарҙа һигеҙ ҡалаға "герой-ҡала" исеме бирелә һәм Халыҡ геройы ордены менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. Сталин И. В. Сочинения / Редактор: Титов А. И. — М: ИТРК, 2010. — Т. 15, ч 1. — С. 218—221. — ISBN 978-5-8801-0260-0.
  2. Города-герои // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. 1 2 3 Город-герой. Kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2025.
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1965 г. N 3560-VI "О присвоении городу Москве почетного звания "Город-Герой". ГАРАНТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2025.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1965 г. N 3566-VI "Об утверждении Положения о высшей степени отличия - звании "Город-Герой" (с изменениями и дополнениями). ГАРАНТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2023.
  6. Сталин И. В. Сочинения. — М.: «Писатель», 1997. — Т. 15. С. 218—221. Приказ Верховного Главнокомандующего от 1 мая 1945 года, № 20.
  7. Указ Президиума ВС СССР "Об учреждении медали «За оборону Киева» от 21 июня 1961 года
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР № 3566-VI от 8 мая 1965 года (Ведомости Верховного Совета СССР, 1965, N 19, ст. 248, пункт 7)
  9. 1 2 Что известно о почетных званиях городов в России. ТАСС (5 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2023.
  10. "Города-герои": история статуса, критерии присвоения звания и награды. ТАСС (7 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2023.
  11. 1 2 Николаева Н. 12 городов-героев и Брестская крепость. Regnum (9 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2023.

Һылтанмалар

  • Архитектура городов-героев (книжная серия, Стройиздат)
  • Обелиск «Городу-Герою Ленинграду»
  • Серия юбилейных монет «Города-Герои»
  • Город воинской славы
  • Город первого салюта
  • Орден Народного героя

ссылка на KML  Герой-ҡалалар Google Maps  KMZ (файл меток KMZ для Google Earth)