Барбу Исковеску
Биографияһы
1816 йылда Бухарест ҡалаһында рәссам Хаим Ицкович ғаиләһендә тыуған. Ул бала сағынан атаһына уның эшендә ярҙам итә. Рәсем сәнғәтенә һәләте беленгәс, уҡырға китә[2]. 1835—1842 йылдарҙа Венала, һуңынан Парижда Ф. Пико һәм М. Дроллингтарҙа уҡый[3].
Парижда булған сағында, Исковеску күп Румыния революционер-эмигранттары менән таныша, атап әйткәндә Розенталь Даниэль һәм Маноах Хиллель менән. Валахияла үҙенең таныш революционерҙарынан ул, Балканда революция хәрәкәте күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған, бер нисә йәшерен йәмғиәт төҙөү өсөн инструкциялар ала. 1948 йылғы ваҡиғалар алдынан өйгә ҡайтып, революцияла әүҙем ҡатнаша. Өс төҫлө революция байрағы һүрәте төшөрә, уны 1848 йылдың 11 июнендә Бухарест халҡы тотоп йөрөй[4]. рус ғәскәрҙәре Валахияға инеп революцион хәрәкәткә сик ҡуйғас, Исковеску, башҡа бик күп революция ваҡиғаларында ҡатнашыусылар менән бергә, туған илен ташлап китергә мәжбүр була[2]. Башта Брашовта төпләнә, һуңынан Белград янындағы Земун ҡалаһына күсеп килә, ә унан — Парижға[5]. Шунан һуң бик күп румын эмигранттары менән бергә Константинополгә күсеп килә, ғүмере аҙағына тиклем шунда ҡала[2]. Үҙенең революционер-иптәштәре менән бергә ерләнгән.
Ижады
Бик күп замандаштары — революционерҙар портретын яҙа[5]. Улар араһында иң билдәлеләре — Николае Голеску, Аврам Янку, Симон Балинт, Дмитрие Болинтиняну портреттары[4]. Шулай уҡ уның ҡулы менән господарҙәр Михай Храбрый, Басараб Матей, Константин Маврокордат[5] портреттары яҙылған. Исковеску шулай уҡ пейзаждар авторы булараҡ та билдәле.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 1 2 3 Исковеску, Барбу (Иуди) // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- ↑ М. Т. Кузьмина Искусство Румынии. 1966.
- ↑ 1 2 Становление национальной классики: Культура народов Центральной и Юго-Восточной Европы в 20-70-е гг. XIX в. Наука, 1991. С. 189
- ↑ 1 2 3 Румыния в лицах. 1996
Әҙәбиәт
- M. Schwarzfeld, Barbu Jehudah Iscovescu, Annuarul Israeliti Pentru, VIII, 118, Бухарест, 1884.