Дядькин Иосиф Гецелевич

Иосиф Гецелевич Дядькин (1928 йылдың 24 ноябре, Аҡ Сиркәү — 2015 йылдың 8 марты, Тверь) — совет һәм Рәсәй физигы һәм геофизигы, диссидент, СССР-ҙа Һәм СССР-ҙан һуңғы Рәсәйҙә хоҡуҡ яҡлау хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Мәскәү Хельсинки төркөмө ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы

Тәүге йылдары. Һөнәри үҫеше

1928 йылда Киев өлкәһенең Аҡ Сиркәү ҡалаһында провизор ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда ғаиләһе менән Винницаға күсенә, бынан ул әсәһе менән 1941 йылда Кронштадтҡа күсенә, бында уның атаһы флот госпиталенең дарыухана начальнигы булып хеҙмәт иткән була. Бөйөк Ватан һуғышының башында әсәһе менән Воткинск ҡалаһына (Удмурт АССР-ы) эвакуациялана. Эвакуациянан (рус.)баш. ғаилә 1944 йылда ҡабаттан Кронштадтҡа әйләнеп ҡайта, шунда ул 1946 йылда урта мәктәпте, 1952 йылда — Ленинград политехник институтын тамамлай. Юғары һөнәри белем алғандан һуң 22 йыл Башҡортостандың производство һәм тикшеренеү геофизик ойошмаларында эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

СССР-ҙа радиоактив каротаж каротаж (рус.)баш. булдырыуҙа ҡатнаша. Физика-математика фәндәре кандидаты (1961). 1964—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының эксперименталь һәм теоретик физика кафедраһы доценты була. 1974 йылдан алып 1996 йылғаса — Тверь ҡалаһында Геология эҙләнеү скважиналарының геофизика ғилми-тикшеренеү институтының (ВНИИГИС) радиоактив каротаж теорияһы лабораторияһында мөдир булып эшләй. Ватан һәм халыҡ-ара фәнни журналдарҙа 80-гә яҡын ғилми эш, шул иҫәптән геофизика разведкаһында йәҙрә физика ҡулланыу тураһында ике монография баҫтырып сығара.

1959 йылда Алексей Золотов менән берлектә Тунгус метеориты феноменын өйрәнеү буйынса экспедицияларҙа ҡатнаша][2].

Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге

1976 йылда «Статисты» тикшеренеүҙәр хеҙмәтен яҙа, унда СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыуҙың асыҡ баҫылған демографик күрһәткестәрен математик статистиканың ҡәтғи ысулдарын ҡулланып анализлай. Һөҙөмтәлә СССР-ҙа халыҡты юғалтыуҙар тураһында совет власы йәшергән һығымталар яһай. Иосиф Дядькин иҫәпләүенсә, 1928 йылдан 1941 йылға тиклем СССР-ҙа репрессияларҙың (рус.)баш. бөтә төрөнән һәм аслыҡтарҙан 10 миллиондан алып 15 миллионға тиклем кеше һәләк була. Ә 1941 йылдан 1949 йылға тиклем (йәғни һуғыш һәм һуғыштан һуңғы 4 йыл эсендә) — 30 миллион кеше. Был брошюра самиздат ысулы менән әүҙем тарала, ә һуңынан АҠШ-та баҫылып сыға[3].

Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, Сәйәси тотҡондарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү фонды эшендә ҡатнаша.

1980 йылда «совет дәүләт һәм йәмәғәт ҡоролошон хурлаған ялған уйҙырмалар»ҙа (РСФСР Енәйәт кодексының 190.1-се статьяһы) ғәйепләнеп ҡулға алына һәм 3 йылға лагерға ебәреүгә хөкөм ителә.

1983 йылда иреккә сығарыла. 1989 йылда Сергей Ковалев инициативаһы буйынса тергеҙелгән Мәскәү Хельсинки төркөмө составына индерелә. 1994 йылдан 1999 йылға тиклем Тверь ҡалаһындағы «Мемориал» тарихи-ағартыу һәм хоҡуҡ һаҡлау йәмғиәте рәйестәше. 1998—1999 йылдарҙа — Тверь өлкәһе губернаторы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса комиссия рәйестәше[4].

Китаптары

Урыҫ телендә
  • Дядькин И. Г. Методы Монте-Карло в физике; Методы Монте-Карло в квантовой механике // Методы Монте-Карло в физике и геофизике. — Уфа: Башкирский Государственный университет, 1973. — 322 с.
  • Дядькин И. Г. гл. 1—7 // Ядерная геофизика при исследовании нефтяных месторождений. — М.: Недра, 1978. — 359 с.
Инглиз телендә

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ https://www.karavantver.ru/iosif-dyadkin-chelovek-tochnogo-znaniya/
  2. ↑ Золотов А. Дерево рассказывает…: О природе взрыва Тунгусского космического тела // Ленинец : газета. — 1960. — Вып. 19 мая.
  3. ↑ Ирина Тарасова. 8 марта в Твери умер правозащитник и учёный Иосиф Дядькин (рус.). tver.kp.ru (9 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026.
  4. ↑ 95 лет со дня рождения Иосифа Гецелеевича Дядькина (1928-2015) (24 ноябрь 2023). 30 март 2026 тикшерелгән.

Һылтанмалар