Тунгус метеориты
Тунгус метеориты (Тунгус феномены йәки күренеш; Тунгус йыһан есеме) уникаль тәбиғәт күренеше, 1908 йылдың 17 (30) июнендә 07:15 Сәғәттә Подкаменная Тунгуска йылғаһы бассейнында (Рәсәй империяһының Енисей губернаһы; хәҙер Красноярск крайы) була. Был ваҡытта Көнсығыш Себерҙең ҙур территорияһында көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан хәрәкәт иткән саң эҙҙәре менән сағыу болид күренә, ул бер нисә сәғәт дауамында һаҡлана, тайганың кеше йәшәмәгән районында көслө шартлау була, шартлау тауышы 1000 км-ҙан ашыу алыҫлыҡта ишетелә, шартлау тулҡынын бөтә донъя сейсмографтары теркәй[1].
Гипотетик ерҙән ситтәге есем (метеорит, метеороид), фаразланыуынса, кометанан килеп сыҡҡан, йәки емерелгән йыһан есеменең бер өлөшө, ул, моғайын, 1908 йылдың 30 июнендә урындағы ваҡыт буйынса 07 сәғәт 14 минутта (00 сәғәт 14 минут) Подкаменная Тунгуска йылғаһы районында (Ванавара ауылынан төньяҡҡа яҡынса 60 км һәм көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта) һауа шартлауына сәбәпсе булған.
Шартлау ҡеүәте тротил эквивалентында 10 — 40 мегатонна тәшкил итә, был уртаса водород бомбаһы энергияһына тап килә[2]. Башҡа баһалар буйынса, шартлау ҡеүәте 10 — 15 мегатоннаға тап килә[3].
Шартлау эпицентрының координаталары: 60°54’07" төньяҡ киңлек, 101°55’40" көнсығыш оҙонлоҡ.
Тарихы
1908 йылдың 17 (30) июнендә иртәнге сәғәт етеләр тирәһендә Подкаменная Тунгуска (Енисей губернаһы, Рәсәй империяһы) йылғаһы бассейны территорияһы өҫтөнән көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа Ҡояш яғынан ҙур ут шар — болиды осоп үтә, уның күреү зонаһы яҡынса алты йөҙ километр тәшкил итә[2]. Болидтың осошо 07:15 сәғәттә тайганың кеше йәшәмәгән районы өҫтөнән 710 км бейеклектә шартлау менән тамамлана.Бәрмә тулҡыны бөтә донъя обсерваторияларында, шул иҫәптән Көнбайыш ярымшарҙа ла теркәлгән.
Шартлау һөҙөмтәһендә 2150 км² майҙанда ағастар ауа, урманда янғын була, мең саҡрымдан ашыу тирә-яҡта йәшен йәшнәүе ишетелә[2], йорттарҙың тәҙрә быялалары шартлау эпицентрынан бер нисә йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ватыла. Ваҡиғанан һуң бер нисә төн дауамында Атлантиканан Алып Үҙәк Себергә тиклемге территорияла төнгө көслө күк балҡышы, балҡып торған болоттар күҙәтелә. Төнгө күк йөҙөнөң сағыулығы бер нисә аҙнанан һуң август аҙағына тиклем күҙәтелә. Август уртаһына тиклем астрономдар атмосфераның үтә күренмәүе арҡаһында күҙәтеүҙәр үткәреүҙә ҡыйынлыҡтар булыуын билдәләй[4]. Шартлау урыны тирәләй урман үҙәктән ситкә ҡарап йығыла, өҫтәүенә шартлау урынынан ағастарҙың бер өлөшө тамырында ултыра, ботаҡтары һәм ҡабығы ҡалмай.
"Канск районында, ә һуңынан Томскиҙа һәм башҡа урындарҙа йыйылған мәғлүмәттәр нигеҙендә, 1908 йылдың 17 (30) июнендә, иртәнге сәғәт 5 — 8 тирәһендә Енисей губернаһы өҫтөнән көньяҡтан төньяҡҡа табан, Вановара йылғаһының һул өҫкө ҡушылдығы Огния йылғаһы (иҫкәрмә: уның тамағында Ванавара ауылы янында урынлашҡан), Урта йәки Подкаменная Тунгуска (Хатнги) йылғаһының уң ҡушылдығы районында метеорит төшә. Метиодит төшкән урында сағыу яҡтылыҡ, ҡара болоттар, йәшен атҡандағы кеүек тауыштар ишетелә. Бер-бер артлы килгән 3 — 4 шартлау тауышы айырым ишетелә; ләкин бында иң тәүге шартлау тулҡыны тәьҫирен билдәләргә кәрәк, ул ергә төшөү нөктәһендә, Огния йылғаһы районында, тунгустарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, тайга урманының байтаҡ майҙанында ағастарҙы һындырыу менән генә сикләнмәй, ә хатта Огния йылғаһы яры буйындағы ҡаяларҙы емерә. Был мәғлүмәттәр, хатта улар арттырып күрһәтелгән булһа ла, барыбер күренештең ғәжәп ҡеүәтен күрһәтә. Был күренештәр метеорит берәү генә түгел, бер нисә булыуын күрһәтә.— Л. А. Кулик. «Отчёт Метеоритной экспедиции о работах, произведённых с 19 мая 1921 года по 29 ноября 1922 года» («Известия Российской академии наук», 1922 год, том XVI, серия VI, с. 391-410)[5].
Эпицентр координаталары
Шартлау һауала ниндәйҙер бейеклектә (төрлө баһалар буйынса, 5—15 км) булған, һәм шартлау бер нөктәлә булған тип әйтеп булмай. Шуға күрә эпицентр тип аталған айырым нөктәнең координаталары проекцияһы тураһында ғына һөйләргә мөмкин. Шартлау нөктәһенең («эпицентр») географик координаталарын билдәләүҙең төрлө ысулдары бер аҙ төрлө һөҙөмтә бирә.
| Автор | Координаталар | Билдәләү ысулы |
|---|---|---|
| Кулик Л. А. | 60°54′07″ с. ш. 101°54′16″ в. д.GЯO | Ауған ағастар йүнәлеше буйынса |
| Астапович И. С. | 60°54′07″ с. ш. 101°54′16″ в. д.GЯO | Шартлауҙың физик параметрҙары буйынса |
| Фаст В. Г. | 60°53′09″ с. ш. 101°53′40″ в. д.GЯO | Ауған ағастарҙың ассеметрик йүнәле буйынса |
| Золотов А. В. | 60°53′11″ с. ш. 101°53′11″ в. д.GЯO | |
| Бояркина А. П. | 60°53′45″ с. ш. 101°53′30″ в. д.GЯO | |
| Ильин А. Г., Зенкин Г. М. | 60°52′08″ с. ш. 101°55′03″ в. д.GЯO | Янған ағастар күрһәткесе буйынса |
Ваҡиғалар барышы
1908 йылдың 30 июнендә иртән Үҙәк Себер өҫтөнән төньяҡ йүнәлештә хәрәкәт иткән утлы есем күҙәтелә; уның осошо шул урындағы күп кенә тораҡ пункттарҙа күҙәтелә, йәшен атҡан кеүек тауыштар ишетелә. Күҙәтелгән күк есеме сфера йәки цилиндр формаһында була; төҫө ҡыҙыл, һары йәки аҡ; артынан төтөн ҡойроғо юҡ, әммә ҡайһы берҙәренең тасуирламаһы буйынса артынан йәйғор төҫөндә эҙе ҡалған[6].
Урындағы ваҡыт буйынса 7 сәғәт 14 минутта Подкаменная тунгуска йылғаһы янындағы Көньяҡ һаҙлыҡ өҫтөндә шартлау ишетелә; шартлау көсө, ҡайһы бер баһалар буйынса 40 — 50 мегатонна тротил эквиваленты тәшкил итә[7].
Европала, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һәм Көнбайыш Себерҙә шартлауҙан һуң ғәҙәти булмаған атмосфера күренештәре: көмөш төҫтәге болоттар, сағыу ҡараңғылыҡ, ҡояш галолары күҙәтелә башлай. Британия астрономы Уильям Деннинг яҙыуынса, 30 июнь төнөндә Бристоль өҫтөндәге күк аномаль яҡты була[8]. Владимир Рубцовтың хәбәр итеүенсә, төнгө яҡтылыҡ ваҡиғаға тиклем өс көн алда, 1908 йылдың 27 июненән башланған[9].
Эҙемтәләре
Тунгус метеоритының шартлау тауышы эпицентрҙан 800 км алыҫлыҡта ишетелә, шартлау тулҡыны 2000 км² майҙандағы урманды ауҙара, 200 км радиуста ҡайһы бер йорттарҙың быялалары ватыла; сейсмик тулҡын Иркутск, Ташкент, Тбилиси һәм Йена сейсмик станцияларында теркәлгән[10].
Шартлауҙан һуң магнит дауылы башлана һәм 5 сәғәт дауам итә[10].
Ғәҙәти булмаған атмосфера яҡтылыҡ күренеше 1 июлдә була, шунан һуң яҡтылыҡ әкренләп кәмей[10].
Метеорит тураһында тәүге хәбәрҙәр
А. В. Адрианов 1908 йылдың 29 июнендә (12 июлендә) Томсктың «Сибирская жизнь» гәзитендә метеорит тураһында имеш-мимеш хәбәрҙәр баҫып сығара. Был хәбәр менән Л. А. Кулик ҡыҙыҡһына һәм эҙләнеү эштәре башлай. 1908 йылдың 2 (15) июлендә «Сибирь» гәзитендә Н.-Карелинский ауылы халҡының күҙәтеүҙәре тасуирлана: улар цилиндрҙы формаһынаға есем осоп үтеүе тураһында хәбәр итә, шунан һуң көслө шартлау һәм ҡап-ҡара төтөн сығыуын күҙәтә. Был ахыры заманға ышанған халыҡ араһында паника тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, был күренешкә киң ҡыҙыҡһыныу булмай, һәм фәнни тикшеренеүҙәр тик 1920-се йылдарҙа ғына башлана.
Рәсәй фәндәр академияһының һәм СССР фәндәр Академияһының ғилми экспедициялары
Совет Рәсәйендә беренсе ғилми метеорит экспедицияһы 1921—1922 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы булышлығында ғалимдар Л. А. Кулик һәм П. Л. Драверт тарафынан ойошторола. Бынан һуң 1927 йылдан 1939 йылға тиклем Л. А. Кулик етәкселегендәге тағы ла дүрт экспедиция була. Экспедициялар һөҙөмтәләре метеориттың аныҡ ҡалдыҡтарын тапмаһа ла, шаһиттарҙың яңы дәлилдәре йыйыла һәм аэрофотоға төшөрөү үткәрелә. 1941 йылда яңы экспедиция планлаштырыла, әммә Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында үтәлмәй. 1949 Йылда Л. А. Куликтың уҡыусыһы Е. Кринов үҙенең китабында Тунгус метеоритын өйрәнеүгә йомғаҡ яһай[11] .
2013 йылда украин, немец һәм америка ғалимдары төркөмө Тунгуска районынан алынған өлгөләрҙә алмазлы метеориттарға хас минералдар таба, әммә уларҙың датаһы бәхәстәр тыуҙыра[12][13].
Был күренеш тураһында гипотезалар
Әлегә тиклем күренештең бөтә аспекттарын аңлатыусы берҙәм гипотеза юҡ[прим. 1]. Тәҡдим ителгән аңлатмалар күп һәм төрлөсә. 1970 йылда И.Зоткин «Природа» журналында Тунгус метеориты төшөүе тураһында 77 гипотезаны тасуирлай, уларҙы төрлө типтар буйынса классификациялай. Тәүге аңлатма метеориттың йәки метеориттар өйөрөнөң урынан эҙләүҙә тырышлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, табылған ҡалдыҡтарҙың булмауы шик тыуҙыра.
1930-сы йылдар башында Уиппл һәм Вернадский тунгус ваҡиғаларының комета йәки йыһан туҙаны менән бәйләнеше тураһында гипотезалар тәҡдим итә. Был фараздар ҡайһы бер астрономдарҙан хуплау таба, әммә иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, күк есемдәре атмосфераға ингәндә тарҡалып янып бөткән. Шулай уҡ Тунгус метеориты Энке кометаһы менән ассоциацияланған β-Таурид метеор ағымы менән бәйле булыуы ихтимал тип фаразлана.
Метеорит гипотезаһын камиллаштырырға тырышалар. Ҡайһы бер астрономдар раҫлауынса, Тунгус метеориты, моғайын, атмосферала емерелгән таш астероид булғандыр, һәм уның материалы ел менән таратылған. Г. И. Петров тәҡдим иткән йыһан объектының атмосфераға тарҡалыу идеяһы барлыҡҡа килә. Астроном Игорь Астапович метеориттың атмосферанан рикошеты тураһында фекерен әйтә.
1945 йылда Александр Казанцев, атом бомбаһы шартлауына оҡшашлығын күрһәтеп, Тунгус ваҡиғаһы тәбиғи түгел, ә яһалма булған, тип фаразлай. Фәнни берләшмә был гипотезаны метеорит гипотезаһына һылтанып кире ҡаға. «Наука и жизнь» журналында Казанцевтың фаразын тикшерә, метеорит гипотезаһы берҙән-бер дөрөҫ, һәм кратер тиҙҙән табыласаҡ, тип раҫлай[14].
Һуғыштан һуңғы фәнни экспедиция 1958 йылда ваҡиға урыны янында метеорит кратеры булыуы идеяһын кире ҡаға. Ғалимдар фекеренсә, тунгус есеме атмосферала шартларға тейеш.
1958 йылда Геннадий Плеханов һәм Николай Васильев «Тунгус метеоритын өйрәнеү буйынса комплекслы үҙешмәкәр экспедиция» ойоштора. Был ойошманың төп маҡсаты — тунгус метеоритетының тәбиғи йәки яһалма тәбиғәтен билдәләү. Ул Советтар Союзынан бик күп белгестәрҙе йәлеп итә.
1959 йылда Алексей Золотов Тунгус урманында ағастарҙың ауыуы бәрмә тулҡындан түгел, ә шартлау арҡаһында килеп сығыуын асыҡлай. Ваҡиға урынында радиоактив матдәләр эҙҙәре табыла, әммә уларҙың миҡдары бик аҙ була.
Тунгус метеоритетының яһалма килеп сығышы тураһындағы гипотезаның фантастик булыуына ҡарамаҫтан, ул 1950 йылдарҙан алып фәнни берләшмәлә етди хуплау таба. Был гипотезаны яҡлаусылар, Тунгус метеоритының комета тәбиғәте тураһындағы гипотеза өсөн К. П. Флоренскийға Ленин премияһы биреү мәсьәләһен тикшергәндә, ғилми берләшмәлә шик белдерә[15]. Һөҙөмтәлә премия бирелмәй[16].
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ В настоящее время большинство специалистов придерживается метеоритной теории («In Siberia in 1908 a huge explosion came out of nowhere» Архивная копия от 20 сентябрь 2018 на Wayback Machine)
- ↑ Корочанцев А. В.. Тунгусский метеорит (Тунгусский феномен) Архивная копия от 27 февраль 2021 на Wayback Machine в Большой российской энциклопедии
- ↑ 1 2 3 Тунгусская катастрофа — столетие загадки. РИА «Новости» // ria.ru (26 июнь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 30 июнь 2020 года.
- ↑ Editor: Dr. Tony Phillips. The Tunguska Impact —100 Years Later. (инг.) Science@NASA // science.nasa.gov (June 30, 2008)
- ↑ Philip M. Bagnall. The Tunguska event (Journal of the British Astronomical Association, vol. 98, no. 4, p. 184—188). Архивная копия от 1 май 2022 на Wayback Machine (инг.) SAO/NASA Astrophysics Data System (ADS) // adsabs.harvard.edu
- ↑ Л. А. Кулик. «Отчёт Метеоритной экспедиции о работах, произведённых с 19 мая 1921 года по 29 ноября 1922 года» («Известия Российской академии наук», 1922 год, том XVI, серия VI, с. 391-410). Архивная копия от 22 февраль 2020 на Wayback Machine Интернет-проект «Электронный архив материалов по изучению Тунгусского явления» // tunguska.tsc.ru. Дата обращения: 2 апреля 2021.
- ↑ Rubtsov, 1-2.
- ↑ Rubtsov, 2.
- ↑ Denning W. F. Genial June // Nature. — 1908. — V. 78. — № 2019. — P. 221.
- ↑ Rubtsov, 1.
- ↑ 1 2 3 Rubtsov, 4.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе дөрөҫ түгел;Отчёт Метеоритной экспедиции 1922 года на tunguska.tsc.ruтөшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Геологи заявили о находке фрагментов тунгусского метеорита. // lenta.ru (11 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 15 июнь 2020 года.
- ↑ Юрий Медведев. Вулкан перепутал все карты. — Геологи утверждают, что Тунгусский феномен был метеоритом. Интернет-портал «Российской газеты» // rg.ru (11 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2020. Архивировано 22 сентябрь 2019 года.
- ↑ Rubtsov, 6.
- ↑ K.P. Florenskiy «PRELIMINARY RESULTS FROM THE 1961 COMBINED TUNGUSKA METEORITE EXPEDITION», Report read at the Tenth Conference on Meteorites in May 1962. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2016. Архивировано 20 июль 2008 года.
- ↑ Rubtsov, 8.
Әҙәбиәт
- Адрианов А. В. Пришелец из небесного пространства // Сибирская жизнь. — 1908. — № 135 (29 июня). — С. 4.
Советская литература:
- Кулик Л. А. Затерянный Филимоновский метеорит 1908 г. // Мироведение. — 1921. — № 1. — С. 74—75.
- Вознесенский А. В.]часть=Падение метеорита 30 июня 1908 г. в верховьях р. Хатанги. Мироведение. — 1925. — № 1 (август). — С. 25—38.
- Обручев С. В. О месте падения большого Хатангского метеорита 1908 г. // Мироведение. — 1925. — № 1. — С. 38—40.
- Вонесенский А. В. Хатангский метеорит 30 июня 1908 г. и отметка его падения приборами в Иркутске // Природа. — 1925. — № 4/6. — Стб. 113—114.
- Суслов И. М. К розыску большого метеорита 1908 г. // Мироведение. — 1927. — № 1. — С. 13—18.
- Астапович И. С. Новые материалы по полёту большого метеорита 30 июня 1908 г. в Центральной Сибири // Астрономический журнал. — 1933. — Т. 10, вып. 4. — С. 465—486.
- Обручев В. А. К поискам тунгусского метеорита // Природа. — 1933. — № 5/6. — Стб. 113—114.
- Кринов Е. Л. Тунгусский метеорит. — М. : Изд-во АН СССР ; Л., 1949. — 196 с. : ил. — (Итоги и проблемы современной науки).
- Вронский Б. И. Тропой Кулика : (Повесть о Тунгусском метеорите). — М. : Мысль, 1968. — 254 с. — (Путешествия. Приключения. Фантастика).
Һылтанмалар
- tunguska.ru — Сайт о тунгусском метеорите, Архивные документы и исследования (рус.)
- Подкаменная Тунгуска, 1908 год. «Тунгусский метеорит». «Климат, лёд, вода, ландшафты» (рус.)
- Тунгусский метеорит. Что упало, то пропало. ТАСС (2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2018. (рус.)
- О метеорите на сайте «Тунгусский заповедник»
- Интервью о Тунгусском падении — Э. М. Галимов, 2008. (рус.)