Колесов Сергей Викторович

Колесов Сергей Викторович (рус. Колесов Сергей Викторович; 1950 йылдың 24 ноябре, Өфө) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, химик, химия фәндәре докторы (1985), профессор (1990), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2023)[1], Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы Президиумының С.Р. Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты, (2009)[2].

Биографияһы

Сергей Викторович Колесов 1950 йылдың 24 ноябрендә Өфөлә тыуа.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай, Һуңынан был университеттың юғары молекуляр ҡушылмалар кафедраһында аспирантураға уҡырға инә.

1977 йылда «Исследование влияния некоторых металлсодержащих соединений на термораспад поливинилхлорида» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай». Юғары молекуляр ҡушылмалар кафедраһыда кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй, Проблемалы лаборатория мөдире була.

1984 йылда химия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Химическая стабилизация полимеров» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1990 йылда профессор итеп һайлана[3].

1985 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Юғары молекуляр берләшмәләр кафедраһында эшләй, 2004 йылдан 2011 йылға тиклем ошо кафедра мөдире. 2000 йылда бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Урал фәнни үҙәге органик химия институтының функциональ полимерҙар синтезы лабораторияһының мөдире итеп һайлана[4].

2011 йылда Органик химия институтының штатлы хеҙмәткәре була, унда Стереорегуляр полимерҙар лабораторияһын етәкләй. Рәсәй Фәндәр академияһының Урал фәнни үҙәге Органик химия институтының һәм Башҡорт дәүләт университетының диссертация советтары ағзаһы булып тора.

Юғары молекуляр ҡушылмалар – полимерҙар синтезы, полимерҙарҙың химик әйләнеүе, физиологик актив полимерҙар һәм полимер системалары, полимер һәм полимер материалдар технологияһын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Уның уҡыусылары араһында 3 фән докторы һәм 15 фән кандидаты бар. 450-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография. 13 уйлап табыу авторы, улар Рәсәй һәм Башҡортостан предприятиеларына индерелгән.

СССР ВДНХ-ның алтын һәм көмөш миҙалы, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе (2004), 2010 йылда Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән . Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы Президиумының С.Р. Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2009). «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була (2013).

Библиография

  • Монография К.С.Минскер, С.В.Колесов, Г.Е. Заиков «Старение и стабилизация полимеров на основе винилхлорида.» М.: Наука.1982 .
  • Монография K.S. Minsker, S.V. Kolesov, G.E..Zaikov «Degradation & Stabilization of Vinylchloride Based Polymers». London: PergamonPress. 1988.
  • Монография В.И.Манушин, К.С.Никольский, К.С.Минскер, С.В.Колесов. «Целлюлоза. Сложные эфиры целлюлозы и пластические массы на их основе». Владимир: ОАО НПО «Полимерсинтез». 2002 (2-ое изд.)
  • С.В. Колесов, Е.И. Кулиш, А.Е. Чалых. Смешение полимеров. Аспект термостабильности. В кн. Синтез и модификация полимеров. Панорама современной химии России. М.: Химия. 2003.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Поздравляем Колесова Сергея Викторовича с присвоением почетного звания «Заслуженный деятель науки Республики Башкортостан»! ufaras.ru. Уфимский федеральный исследовательский центр РАН (28 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  2. ↑ КОЛЕСОВ Сергей Викторович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025. Архивировано 22 октябрь 2021 года.
  3. ↑ Колесов Сергей Викторович
  4. ↑ Сотрудники кафедры. uust.ru. Уфимский университет науки и технологий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.

Һылтанмалар