Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы

Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы (24 ноябрь 1949 йыл24 август 2024 йыл) — металлург, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1971—2005 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты волочильщигы, өлкән мастеры, смена начальнигы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың Яңыбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2014).

Биографияһы

Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Һуйыр-Айыс ауылынан.

Хеҙмәт ветераны, яҙыусы һәм йәмәғәтсе 2024 йылдың 24 авгусында Белорет ҡалаһында вафат булды[1].

Иҫкәрмәләр


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар