Иҫке Ҡалҡаш

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Населённый пункт
Иҫке Ҡалҡаш
53°29′02″ с. ш. 55°23′33″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Тарихы һәм географияһы
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453171
ОКАТО коды 80 248 840 001
ОКТМО коды 80 648 440 101
Показать/скрыть карты
Иҫке Ҡалҡаш (Рәсәй)
Иҫке Ҡалҡаш

Иҫке Ҡалҡаш (рус. Старый Калкаш) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 349 кеше[2]. Почта индексы — 453171, ОКАТО коды — 80248840001.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Тәлтем-Юрматы улусының Илсек-Тимер түбәһенә ҡарай. 1794 йылғы V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы үткәрелгән мәлдә ауылдағы 43 ихатала 270 кеше йәшәгән була. 21 йылдан һуң булып үткән ошондай уҡ сарала 58 ихатала 332 кеше йәшәй. Шул йылдағы рәүиз документтарында ауылға нигеҙ һалған Ҡалҡаш уҙамандың улы Юламан Ҡалҡашев (1736 йылда тыуған) улы Ишморат менән теркәлә. Ҡалҡаштың икенсе улы Ярлыҡап Ҡалҡашев 1777 йылда Стәрле һәм Ағиҙел йәлғалары буйына Иван Григорьев етәкселегендә мордва крәҫтиәндәренең килеп төпләнеүе мәлендә улустың ышаныслы кешеһе булараҡ ҡатнаша[3].

Башҡорт ауылдарына хас булғанса, ауылдың икенсе исеме Ибраһим була. 1859 йылғы Х Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә унда 90 ихатала 500 кеше йәшәй. 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Ул мәлдә 127 ихатала 660 башҡорт, ике ихатала 14 мордва һәм бер ихатала 3 урыҫ кешеһе йәшәй. Әммә ни бары өс йылдан һуң, 1920 йылдағы халыҡ иҫәбе ваҡытында ауылдағы 109 ихатала 532 башҡорттоң йәшәүе теркәлә[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 349 162 187 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]