Мөхәмәтдәмин

Мөхәмәтдәмин (рус. Мухаметдаминово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 110 кеше[2]. Почта индексы — 453180, ОКАТО коды — 80248845006. ОКТМО коды — 80648445146. ИФНС коды — 0268[3].

Тарихы

1859 йылдың 2 июнендә Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Ҡабыҡҡыуыш ауылы башҡорттарынан 12 ғаилә үҙ ерҙәрендә яңы ауыл булдырыу өсөн яңы ергә күсенә. Күндерәк йылғаһының емеш-еләккә бай туғайына тәүгеләрҙән булып Мөхәмәтдәмин Истарин килеп төпләнә. 1865 йылда 20 ихатала 108 кеше йәшәй. Халыҡ малсылыҡ һәи иген игеү менән шөғәлләнеп көн итә. 1906 йылғы документтарҙа һыу тирмәне булыуы теркәлә. 1906 йылда бында 143 кеше, 1920 йылда — 207, 1939 йылда — 169, 1959 йылда — 161, 1989 йылда — 93, 2002 йылда 109 кеше йәшәй. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылдағы халыҡтың 85 проценты — башҡорттар.[4]. Ауылдың урамдары: Һаҙ урамы, Үҙәк урам, Энергетиктар урамы.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 110 54 56 49,1 50,9

Географик урыны

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы», Уфа. 2017,С 152.

Тема буйынса өҫтәмә