Хәлекәй

Хәлекәй (рус. Халикеево) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 350 кеше[2]. Почта индексы — 453187, ОКАТО коды — 80248860001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 350 169 181 48,3 51,7

Географик урыны

Ауыл тарихы

Хәлекәй ауыл Советы үҙәге. Һыуыҡшишмә исеме менән дә йөрөтөлгән, Күндерәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, 1754 йылдың 3 майында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр нигеҙ һала. 1784 йылда бында шундай уҡ шарттарҙа татар милләтенән булған дәүләт крәҫтиәндәре, 1788 йылда — типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 1795 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе[3] Ашҡаҙар ауылынан яһаҡлы татарҙар күсеп ултыра. 1865 йылда 120 йортта 878 кеше иҫәптә торған. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1920—30 йылдарҙа Яңы һәм Иҫке Хәлекәй ауылдары булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 йылда — 1283, 1920—1834, 1939—945, 1959—726, 1989—411, 2002—380, 2010—350 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Стәрлебаш башланғыс мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.[4][5].

Билдәле шәхестәре

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә