Һарайҫа

Һарайҫа (рус. Сарайсино) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 283 кеше[2]. Почта индексы — 453185, ОКАТО коды — 80248835005. ИФНС коды — 0268.

Тарихы

Ауыл Юрматы улусының Аҙнай түбәһенә ҡарай. V Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу материалдарында бындағы 21 ихатала 119 кешенең йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт теркәлә. 1819 йылда ауылда 37 ихата булыуы һәм унда 173 кеше булыуы тураһында яҙып алына. 1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында 58 ихата булыуы һәм 256 кеше йәшәүе билдәләнә.

1842 йылда ауылда 73 кеше мал аҫрап, иген игеп көн итеүе теркәлә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 283 143 140 50,5 49,5

Географик урыны

Урамдары

  • 1 Май урамы (рус. улица Первомайская),
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира),
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная),
  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая),
  • Сахалин урамы (рус. улица Сахалинская),
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная),
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная).

Тема буйынса өҫтәмә