Айтуған (Стәрлебаш районы)

Айтуған (рус. Айтуган) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 203 кеше[2]. Почта индексы — 453192, ОКАТО коды — 80248870002. ИФНС коды — 0268.

Географик урыны

Тарихы

Башҡорт аҫабаларының Айтуған ауылы 1768 йылдан билдәле. V рәүиз сараларын үткәргән мәлдә бындағы 25 ихатала 197 кеше йәшәй. 1816 йылда иһә ихаталар һаны 40-ҡа, ә кешеләр һаны 279-ға етә. Рәүиз материалдарында 9 ғаилә башлығының икешәр ҡатын менән йәшәүе теркәлә. 1834 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә 40 ихатала 435 аҫаба башҡорт йәшәй (215 ир-егет һәм 220 ҡатын-ҡыҙ). 63 йәшлек зауряд-яҫауыл Хоҙайбирҙе Әбделваһаповтың ике ҡатынынан (51 йәшлек Сәрүәйхоҙямал һәм 35 йәшлек Ғәбиҙә) 5 улы (3 ейәне һәм 3 ейәнсәре) була[3].

1835 йылдың 26 майында Рәсәй империяһы хөкүмәте күрһәтмәһе буйынса был ауылда йәшәүселәр II мишәр кантоны начальнигы Рәжәпов етәкселегендәге 100 һалдаттан торған хәрби команда тарафынан ерҙәренән ҡыуып сығарыла. Аҫабалар ерҙәрен, йорттарын, йорт яны ҡаралтыларын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Уларҙы Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ырымбур өйәҙҙәре ауылдарына таратып төпләндерәләр. Шулай итеп, аҫаба башҡорттар ерһеҙ башҡорттарға, йәғни керҙәштәргә әйләндерелә. Сәбәбе: уларҙың ата-бабалары 1749 йылдың 19 июнендә аҫаба ерҙәрен Ҡарғалы (Сеитовский пасад) татарҙарына һата. Һатыу килешеүендә, Айтуған ауылы кешеләре артабан да үҙ ерҙәрен файҙаланырға хоҡуҡлы, тигән пункт та була. Быны Өфө провинция канцелярияһынан бирелгән Указ да раҫлай. Был документ та 1834 йылда властар тарафынан хупланған була. Шулай итеп, XIX быуаттың 30-сы йылдарында аҫабаларҙан ҡалған Айтуған ауылына ерҙе һатып алыусылар (Ҡарғалы татарҙары) килеп төпләнә[3].

Шулай ҙа 1850 йылда үткәрелгән IX халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Айтуғанда 144 башҡорт (76 ир-егет һәм 68 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе теркәлә. Ҡалған аҫабалар Стәрлетамаҡ өйәҙенең Әмир, Әтәс, Бала-Сытырман, Яуыш, Ҡабыҡҡыуыш, Ҡарағош, Яхъя ауылдарына, шулай уҡ Бәләбәй өйәҙенең Тәүкәй, Ҡасыған, Сатай ауылдарына таратыла[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 203 99 104 48,8 51,2

Ауылдың урамдары

  • Алмалыҡ (рус. улица Алмалык),
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная),
  • Туғай урамы (рус. улица Тугай),
  • Тәкә урамы (рус. улица Тяка),

Тема буйынса өҫтәмә