Айҙарәле

Айҙарәле (рус. Айдарали) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 711 кеше булған[2]. Почта индексы — 453190, ОКАТО коды — 80248805001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 711 345 366 48,5 51,5

Географик урыны

Ауыл тарихы

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, Сәйет биҫтәһенең сауҙагәр татарҙары 1751 йылда нигеҙ һалғанлығы билдәле. 1865 йылда 72 йортта 400 кеше иҫәптә торған. Халыҡ игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауылда мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мөгәзәй теркәлгән. 20 быуаттың 30‑сы йылдарында Айҙарәле Яңы Айҙарәле һәм Тәтербаш-Ибрай ауылдары (икеһе лә — Айҙарәленең бүлендек ауылдары) менән хәҙерге исемен йөрөткән бер ауылға ҡушылған. Ауыл Тәтер йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920—764; 1939—1150; 1959—1114; 1989—777; 2002—833; 2010—711 кеше иҫәпләнгән. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[3].

Билдәле шәхестәре

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә