Мостафа (Стәрлебаш районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мостафа
53°14′49″ с. ш. 55°33′57″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Стәрлебаш районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453188
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 248 802 004
ОКТМО коды 80 648 402 116
Показать/скрыть карты
Мостафа (Стәрлебаш районы) (Рәсәй)
Мостафа
Мостафа (Стәрлебаш районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мостафа

Мостафа (рус. Мустафино) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 184 кеше[2]. Почта индексы — 453188, ОКАТО коды — 80248802004. ИФНС коды — 0268.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға нигеҙҙе Мостафа уҙаман һала. Уның улы йөҙ башы Байғужа Мостафин XVIII быуаттың 60-сы йылдарындағы документтарҙа атап үтелә. Мул һыулы Ашҡаҙар йылғаһы буйында ятҡан ауылда V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында 10 ихатала 63 кешенең йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт теркәлә. Х рәүиз документтарында 40 ихатала 252 кешенең йәшәүе теркәлә. 1842 йылда бында йәшәгән 190 башҡорт мал аҫырау, иген игеү менән шөғөлләнә. 1920 йылда 66 ихатала 295 башҡорт көн итә[3].

Әммә бында йәшәгән халыҡ араһында, ауыл ерҙәре Рәсәй империяһының бик күп хәрби походтарында ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәткән Көҫәпҡол Әҙийәтовҡа (рус.  Кусяпкул Азиятов) бирелгән, тигән мәғлүмәт быуындан-быуынға тапшырылып килә. Әлеге мәлдә был ауылда көн иткән Көҫәпҡоловтар үҙҙәрен уның туранан-тура вариҫтары, тип иҫәпләй.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 184 91 93 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная),
  • Хеҙмәт (рус. улица Трудовая),
  • Мәктәп урамы(рус. улица Школьная).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]