Кәзә менән төлкө (мәҫәл)
Кәзә менән төлкө (татар. Кәҗә белән төлке, рус. «Коза и лиса») — Мәжит Ғафуриҙың 1910 йылда яҙылған шиғри мәҫәле. Әҫәрҙә һыу эҙләп ташландыҡ ҡоҙоҡҡа төшкән төлкө менән кәзә аша хәйләкәр иптәшкә ышаныуҙың эҙемтәһе күрһәтелә[1]. Ғафуриҙың 1910—1913 йылдарҙа ижад иткән мәҫәлдәре 1913 йылда Ҡазанда «Әмсаль» исемле айырым йыйынтыҡта баҫылған[2].
Йөкмәткеһе
Һыуһаған төлкө менән кәзә һыу эҙләп йөрөгәндә иҫке ташландыҡ ҡоҙоҡҡа тап була. Ҡоҙоҡта һыу барын күргәс, төлкө һикереп төшә; уның артынан кәзә лә төшә. Икеһе лә туйғансы һыу эсә, әммә ҡоҙоҡтан үҙ аллы сыға алмайҙар.
Төлкө кәзәгә аяғүрә баҫырға ҡуша: тәүҙә уның өҫтөнә менеп үҙе сығасағын, шунан кәзәгә ярҙам итәсәген вәғәҙә итә. Кәзә ризалаша. Төлкө уның өҫтөнә менеп, ҡоҙоҡтан һикереп сыға. Кәзә үҙен дә сығарыуҙы һорағас, төлкө уны «ахмаҡ» тип атай һәм ҡоҙоҡ янынан китә.
Йомғаҡта автор ысын дуҫтан ғына файҙа көтөргә мөмкин булыуын әйтә. Төлкө кеүек хәйләкәр дуҫҡа ышанһаң, кәзә кеүек үҙеңде һәләк итеүең мөмкин, тигән нәсихәт бирелә[1].
Жанры һәм сюжет сығанаҡтары
Мәҫәл шиғыр формаһында яҙылған. Хайуандар кешеләргә хас сифаттарҙы йөрөтөүсе аллегорик персонаждар итеп бирелә: төлкө — хәйләкәр, кәзә ышаныусан итеп һүрәтләнә.
Әҫәрҙең сюжеты Эзопҡа нисбәт ителгән «Лисица и козёл» мәҫәленә оҡшаш. Эзоп вариантында төлкө яңғыҙы ҡоҙоҡҡа ҡолай, ә һыуһап килгән кәзә уны шунда осрата. Төлкө һыуҙы маҡтап, кәзәне ҡоҙоҡҡа төшөрә һәм уның арҡаһы менән мөгөҙҙәренә баҫып сыға. Был варианттың нәсихәте эшкә тотонор алдынан уның аҙағын уйларға саҡыра[3]. Ғафури мәҫәлендә иһә геройҙар ҡоҙоҡто бергә таба, ә йомғаҡта ялған дуҫҡа ышанмау фекере алға сыға[1].
2021 йылғы баҫманың инеш мәҡәләһендә Ғафуриҙың 1910—1913 йылдарҙа Эзоп, Лафонтен һәм Крылов традицияһына ҡараған егермеләп мәҫәл яҙыуы, уларҙың күбеһе ирекле тәржемә булыуы күрһәтелә. Әммә «Кәҗә белән төлке» мәҫәленең тап ҡайһы текстан эшкәртелеүе унда аныҡланмай[1].
Баҫмалары
- 1913 йылда Ғафуриҙың ошо осорҙағы мәҫәлдәре Ҡазанда «Өмит» типографияһында баҫылған 36 битлек «Әмсаль» йыйынтығына туплана[1][2].
- 1940 йылда әҫәр Өфөлә Башгосиздат нәшер иткән «Баснәләр һәм шиғырҙар» китабында башҡорт телендә, латин графикаһында баҫыла (19—20-се биттәр)[4].
- 1948 йылда «Кәзә менән төлкө» А. Ҡудаш төҙөгән, Өфөлә сыҡҡан «Басняләр» китабында баҫыла[2].
- Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙерләнгән дүрт томлыҡ әҫәрҙәренең 1978 йылда сыҡҡан беренсе томында мәҫәл 303-сө биттә урын алған[5].
- 1992 йылда татарса текст Ҡазанда нәшер ителгән «Ки-кри-күк: балалар өсөн шигырьләр» йыйынтығына индерелә (төҙөүселәре Э. Мостафин һәм М. Кәюмов, 5—10-сы биттәр)[2].
- 2021 йылда «Кәҗә белән төлке» Татарстан китап нәшриәте сығарған «Сайланма әсәрләр» китабында баҫыла (491-се бит)[1].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Ғафури, М. Н. Сайланма әсәрләр (тат.) / Төҙ. Р. Шакирова. — Ҡазан: Татарстан китап нәшрияты, 2021. — С. 9, 491. — 567 с. — ISBN 978-5-298-04227-7.
- ↑ 1 2 3 4 Төҙ. Г. С. Әхмәҙиева. Мәжит Ғафури: биобиблиографик күрһәткес (билдәһеҙ) / Мөх. З. Т. Әғзәмова; сығарыу өсөн яуаплы А. Ә. Ибраһимов. — Өфө: Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы, 2010. — С. 11, 13, 27. — 202 с.
- ↑ Эзоп. Басни Эзопа / авт. М. Л. Гаспаров. — М: Наука, 1968. — С. 66. — 320 с. — (Литературные памятники).
- ↑ Ғафури, М. Баснәләр һәм шиғырҙар (баш.). — Өфө: Башгосиздат, 1940. — С. 19—20. — 36 с.
- ↑ Ғафури, М. Әҫәрҙәр: дүрт томда (баш.) / Томды төҙ. һәм аңлатма-белешмә биреүсе И. Бүләков. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — Т. 1. — С. 5, 303. — 496 с.