Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы

Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы Абитаева (рус. Ямиля Зулькафилевна Абитаева; 1916 йылдың 23 ғинуары, Кесе Юлдаш, Ырымбур өлкәһе — 1994 йылдың 12 июне, Өфө) — совет театр актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969). 1936–1974 йылдарҙа Баймаҡ, һуңынан Сибай башҡорт драма театрында эшләгән[1].

Биографияһы

Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙенә ҡараған Кесе Юлдаш ауылында тыуған. Хәҙер ауыл Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районына инә[1].

1936 йылда Хажи Бухарский һәм Мәкәрим Мәһәҙиев курсы буйынса Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлаған. Шул уҡ йылда Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас» драмаһында Ҡарлуғас ролен башҡарып, сәхнәлә тәүге тапҡыр сығыш яһаған[1].

Баймаҡ колхоз-совхоз драма театрында эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, актёрҙар фронтҡа киткәндән һуң театр эшен дауам иткән коллектив составында, сәхнә эшмәкәрлеген алып барған. 1957 йылда театр Сибайға күсерелгән һәм Башҡорт АССР-ының Сиҙәм театры тип аталған, 1968 йылдан — Сибай башҡорт дәүләт драма театры[2]. Абитаева унда 1974 йылға тиклем эшләгән[1].

1954 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы булған. Лирик-драматик һәм характерлы ролдәр башҡарған[1].

Төп ролдәре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969)[1].

Ғаиләһе

Улы — Абрек Әмир улы Абыҙгилдин (1937–2013), рәссам, Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Татарстан Республикаһының (1995) халыҡ рәссамы, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Татар АССР-ының (1986) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[3].

Хәтер

Абитаеваның тыуыуына 110 йыл тулыу датаһы — 2026 йылдың 23 ғинуары — Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана әҙерләгән Башҡортостан Республикаһының иҫтәлекле һәм әһәмиәтле даталары исемлегенә индерелгән[4].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 С. С. Саитов. Абитаева Ямиля Зулькафилевна. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2026.
  2. ↑ Сибайскому башкирскому государственному театру — 75 лет. Башинформ (3 ноябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2026.
  3. ↑ К. А. Аралбаев. Абзгильдин Абрек Амирович. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2026.
  4. ↑ Перечень знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2026 год. С. 10. Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан (2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2026.