Дауыт Юлтый
Дауыт Юлтый (төп исеме Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев, рус. Даут Юлтый); 1893 йылдың 6 [18] апреле, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һамар губернаһы — 1938 йылдың 10 июле, Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР) — башҡорт совет яҙыусыһы, драматург, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Биографияһы
1893 йылдың 18 апрелендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусына ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы) Юлтый ауылында тыуған[1].
Юлтый ауылындағы һәм Сорокин мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡаҙағстан далаларында һәм тыуған ауылында балалар уҡыта.
1914 йылда Беренсе донъя һуғышына китә. 1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революцияларын фронтта ҡаршылай.
1919 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғында ҡатнаша. Ошо мәлде беренсе революцион армияның штабында сыҡҡан «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитендә эшләй. Артабан Туҡ-Соран кантонында хәрби комиссар, партияның кантон комитеты секретары вазифаларын башҡара.
1920 йыл аҙағында Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына. Башҡортостан хәрби комиссариаты политидаралығында «Ҡыҙыл батыр» тигән гәзитте ойоштороуҙа ҡатнаша һәм шул гәзиттең мөхәррире була. Артабан республика хәрби комиссариаты политидаралығының мәктәптәр бүлегендә инспектор, Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең мөдире, Башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби консультанты булып эшләй.
1921 йыл аҙағында В. И. Ленин менән осрашыу йәш Башҡорт республикаһының яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре биографияһында сағыу бит ала. Ленин йәмәғәт тормошоноң ҡатмарлы яҡтарын матбуғатта нисек яҡшыраҡ яҡтыртырға кәңәш итте, «Башҡортостан» гәзитен ҡағыҙ менән тәьмин итеүҙә ярҙам итә[2].
1921 йылдан «Башҡортостан» гәзитенә мөхәррир булып эшләй, «Яңы юл», «Белем» журналдарын сығарыуҙа ҡатнаша.
1925—1926 йылдарҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡый, бер ни тиклем ваҡыт Центриздатта мөхәррир булып эшләй.
Утыҙынсы йылдарҙа «Октябрь» журналының, «Әҙәби удар» гәзитенең мөхәррир вазифаларын алып бара, Башҡортостан Милли мәҙәниәт институты эшендә яҡындан ҡатнаша, Башҡортостан Яҙыусылар союзын ойоштороусыларҙың һәм уның етәкселәренең береһе була.
Башҡортостандың яҙыусыһы Һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтый башҡорт әҙәбиәте һәм халыҡ ижады тарихы һәм теорияһы мәсьәләләре буйынса бик күп ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле мәҡәләләр яҙып ҡалдырҙы. Шуға күрә милли мәҙәниәттә башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм республикала баҫма эшен ойоштороусыларҙың береһе эҙҙәре тәрән һәм юйылмаҫлыҡ. Дауыт Юлтый, ул ваҡыттағы Башҡортостандың күп кенә мәҙәниәт эшмәкәрҙәре кеүек үк, 1937 йылда репрессиялана һәм 1938 йылдың 10 июлендә Өфөлә атып үлтерелә[2].
Ижад юлы
Беренсе китабы Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1921 йылда баҫылып сыға. 1924 йылда «Ҡомартҡыларым» исемле китабы донъя күрә. Ул яҙғандарҙан бигерәк тә «Бәләкәй Ҡотош», «Тимеркәй фәлсәфәһе», «Өмәт», «Хәлкәй артист» хикәйәләре, «Әлимә йәки Мырҙаш ҡарт туйы» повесы, «Ҡан» романы киң билдәле.
Драматургияһы
1920 йылда Туҡ-Соран кантонында йәшәгән осорҙа «Ҡарағол» пьесаһын яҙа. Шулай уҡ «Һин кем?», «Урланған Көнһылыу», «Тирмәндә», «Табылған Марат», «Йәнтүрә», «Аҡшан батыр», «Маҡтымһылыу» пьесаларыаның авторы булып тора.
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Фатима Ғилман ҡыҙы.
- Улы — Таң Юлтыев.
- Ҡыҙы — Нинель Юлтыева (1926 - 2014), совет башҡорт балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы.
- Ейәне — Мансур.
- Бүләсәре — Эльза Спектор (Фазлуллина)[3], 1992 йылдан алып әсәһе (Татьяна Спектор) менән Израилдә йәшәй[4]. Лод ҡалаһында үҙенең «Спектор Дэнсинг» бейеү мәктәбе бар.
Хәтер
- Баш ҡаланың Ленин урамындағы 2-се йорт стенаһына Дауыт Юлтый хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1978).
- Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1977 йылдың 6 декабрендәге ҡарары менән Орджоникидзе районындағы урамға Дауыт Юлтый исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Литературный календарь - Даут Юлтый. Министерство просвещения Республики Башкортостан (17 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 Даут Юлтый – основоположник башкирской литературы (К 120-летию со дня рождения писателя). Башинформ (18 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2025.
- ↑ Екатерина Маркова, Лилия Латыпова. Наследники Даута Юлтыя. ufaved.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ "Помни имя своё: " Нинель Юлтыева (рус.). 14 июль 2026 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
- Дауыт Юлтый // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2025)