Латипов Ғәкил Ильяс улы

Латипов Ғәкил Ильяс улы (13 август 1919 йыл — 23 сентябрь 1978 йыл) — педагог, мәғариф, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Учалы, 1959 йылдан Хәйбулла район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1962 йылдан КППС-тың Хәйбулла район комитетының беренсе секретары, 1969—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 5—7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Ғәкил Ильяс улы Латипов 1919 йылдың 13 авгусында Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе (хәҙерге Һарытау өлкәһенең Перелюб районы) Күҙәбай ауылында тыуған.

1938—1940 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районында уҡытыусы булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, күрһәткән батырлаҡтары өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1940-сы йылдар уртаһынан Баймаҡ районында партия эшендә була.

1952 йылдан Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын үтәй.

1959 йылдан тәнәфес менән Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. 1962 йылдың март-ноябрендә КППС-тың Хәйбулла район комитетының 1-се секретары була.

1969—1978 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Торлаҡ хужалығы идаралығында эшләй.

Башҡорт АССР-ының 5-7 саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1978 йылдың 23 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ленин ордены (1957)
  • II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Венаны алған өсөн» миҙалы (1946)
  • «Будапештты алған өсөн» миҙалы (1947)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
  • миҙалдар

Әҙәбиәт