Назаров Николай Григорьевич
Николай Григорьевич Назаров (1946 йылдың 8 авгусы, Учалы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Учалы районы малсылыҡ хужалыҡтарының мал ҡараусыһы һәм бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1990)[1][2].
Биографияһы
1946 йылдың 8 авгусында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Вознесенка ауылында тыуған.
1964 йылда мал ҡараусы булып хеҙмәт юлын башлай[1]. 1965—1968 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хәрби хеҙмәт үтә[2]. Запасҡа сыҡҡандан һуң, 1968—1969 йылдарҙа тыуған районында мал ҡараусы булып эшләүен дауам итә.
1969—1992 йылдарҙа Учалы районының «Байрамғол» совхозында эшләй: егерме йылдан ашыу һауын гуртының мал ҡараусыһы, ә 1990 йылдан — малсылыҡ бригадаһы бригадиры. Эре мал башын һаҡлау һәм һөт һауыуҙы арттырыу буйынса юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә[1].
1992 йылдан мал ҡараусы, ә 1994 йылдан — Учалы районы «Поляковский» ауыл хужалығы производство кооперативының бригадиры булып эшләй.
2005—2007 йылдарҙа «Кронос 16» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡортостан Республикаһының Учалы районында йәшәй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1990 йылдың 13 сентябре, орден № 822) — малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә һәм эшкәртеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн;
- II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1982 йылдың 12 марты, орден № 9342);
- III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975 йылдың 14 феврале)[1][2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Назаров Николай Григорьевич. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Сергей Каргапольцев. Назаров Николай Григорьевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
Әҙәбиәт
- Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 4: Л — О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — Т. 4. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
- Николай Григорьевич Назаровтың «Герои страны» сайтындағы биографияһы
- Назаров Николай Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.