Ғәлиев Вил Барый улы
Ғәлиев Вил Барый улы (рус. Галеев, Виль Бареевич; 1932 йылдың 1 сентябре, Ахун, Башҡорт АССР-ы, Учалы, СССР — 2015 йылдың 4 марты, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй инженер-механигы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990).
Биографияһы
1932 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Ахун ауылында тыуа.
1955 йылда Өфө нефть институтын инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай.
1955—1962 йылдарҙа Ишембай-Өфө нефть үткәргесе механигы, Башҡортостан нефть үткәргестәре идаралығының баш инженеры, үткәргес торбалар төҙөлөшө дирекцияһының техник етәксеһе була.
1962—1985 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡыта, доцент, етәксе хеҙмәткәрҙәрҙең һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы була (1968 йылдан алып).
1985—1992 йылдарҙа Төмән индустрия институтында (1987 йылдан алып торба үткәргестәр һәм һаҡлағыстар төҙөү кафедра мөдире) уҡыта.
1995—2001 йылдарҙа Республика тармаҡ хеҙмәтте һаҡлау һәм экология уҡыу-аттестация үҙәгендә эшләй.
1992—1995 йылдарҙа — Өфө дәүләт нефть техник университетында кафедра профессоры.
1995 йылдан «Хеҙмәтте һәм экологияны һаҡлау» Республика тармаҡ уҡытыу-аттестация үҙәгендә эшләй.
2015 йылдың 4 мартында Өфө ҡалаһында вафат була[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Уйлап табыу авторы булараҡ, 30 танытма һәм патентҡа эйә.
210-дан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 16 монография авторы. Ныҡ дымлы, күтәреү һәләте түбән һәм баҫылған тупраҡтарҙа төҙөлгән резервуарҙарҙың ныҡлығы һәм тотороҡлолоғо проблемалары, уларҙы проектлау һәм аварияһыҙ ҡулланыу буйынса методикалар әҙерләүсе белгес. Фәнни эшләнмәләре Нефть сәнәғәте министрлығының Баштранснефть ҡыуҙырыу станцияларына индерелгән һәм Рәсәй Федерацияһы предприятиеларында ҡулланыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977);
- СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1968);
- СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978);
- СССР‑ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте ойошмаларын төҙөү отличнигы (1982);
- И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1982)[1].
Ғилми хеҙмәттәре
- В. Б. Галеев. Эксплуатация стальных вертикальных резервуаров в сложных условиях. — М.: Недра, 1981. — 149 с.
- В. Б. Галеев, Д. З. Антабаев, М. Ф. Тарасов. Монтажные работы при строительстве магистральных трубопроводов. — М.: Недра, 1982. — 168 с.
- В. Б. Галеев, М. З. Карпачев, В. И. Харламенко. Магистральные нефтепродуктопроводы. — М.: Недра, 1988. — Т. 2-е изд., перераб. и доп.. — 293 с.
- авторҙаш. Аварии резервуаров и способы их предупреждения. — Уфа, 2004.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Е. М. Муфтахов. Ғәлиев Вил Барый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
- Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др. Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние. — Екатеринбург: Уральский рабочий, 2001. — С. 124. — 694 с.
Һылтанмалар
- Список патентов
- Е. М. Муфтахов. Ғәлиев Вил Барый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.