Хилажев Мәүлит Хилаж улы
Мәүлит Хилаж улы Хилажев(рус. Мавлет Хилажевич Хилажев; 1916 йылдың 5 майы, Мансур — 1997 йылдың 30 авгусы, Мансур, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының орудие төҙәүсеһе, ефрейтор. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
Хилажев Мәүлит Хилаж улы 1916 йылдың 5 майында Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Мансур ауылында тыуған[1].
Башҡорт. Башланғыс белемле. 1942 йылдан КПСС ағзаһы[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 12 йәшендә Мансур алтын руднигы (рус.)баш. приискыларында башлай.
1941 йылдың июлендә Учалы район хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армияға ала. 1941 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
14-се атлы-артиллерия полкында. Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. 1944 йылдың майында 141-се пулемёт-артиллерия бригадаһының артиллерия взводы командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә[2].
Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн М. X. Хилажев 1944 йылда III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылда II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылда Кенигсберг ҡалаһын алыу өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә дан ордены менән бүләкләнә, был орден уға 1995 йылда тапшырыла. Һуғыштан һуң Польшала Вроцлав ҡалаһында хеҙмәт итә.
1946 йылда демобилизациялана (рус.)баш.. Мансур ауылында йәшәй, урындағы алтын приискыларында эшләй.
1997 йылдың 30 авгусында вафат була[1], Мансур ауылында ерләнә[2].
Батырлығы
602-се уҡсылар полкы орудие төҙәүсеһе (Ленинград фронтының 42-се армия, 109-сы уҡсылар дивизияһы) ефрейтор Хилажев 1944 йылдың 1 февралендә Александровская Горка ауылы янындағы һуғыштарҙа (Ленинград өлкәһе Кингисеппский районы), орудиеһын (рус.)баш. асыҡ позицияға тәгәрәтеп сығарып, тура тоҫҡау менән дошмандың ике ут нөктәһен юҡ итә. Артиллерия расчёты составында, дошман контратакаһын кире ҡағыу барышында, дошмандың ике пулемётын ҡыйрата, 10-дан ашыу пехотаһын ҡыра, сафтан сыҡҡан орудие командирын алмаштыра. 1944 йылдың 12 апрелендә III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Арникайми тораҡ пункты районында (Латвия) дошман оборонаһын өҙгәндә, Хилажев орудиенән тура тоҫҡап дошмандың 2 пулемёт нөктәһен юҡ итә, ошоноң менән полк подразделениеларының алға барыуын тәьмин итә. 1944 йылдың 22 декабрендә дошман контратакаһын (рус.)баш.кире ҡаҡҡанда, расчёт яугирҙары менән тура тоҫҡап, отделениенән күберәк дошман һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 30 ғинуарында II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһын алыу өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1994 йылдың 18 декабрендә Хилажев I дәрәжә Дан орденына тәҡдим ителә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дан орденының өс дәрәжәһе
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- миҙалдар
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Дан орденының тулы кавалеры Мәүлит Хилаж улы Хилажевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының 2-се дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[3][4];
- Мансур ауылы урамдарының береһе Мәүлит Хилажев исеме менән аталған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. Г. Каримова. Хилажев Мавлит Хилажевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Хилажев Мавлит Хилажевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые. Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Уфа.
- Кавалеры ордена Славы трех степеней, Краткий биографический словарь, М., Военное изд-во, 2000
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Хилажев Мавлит Хилажевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Хилажев Мавлит Хилажевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Хилажев Мавлит Хилажевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Сайт о боевом пути дивизий РККА в годы Великой Отечественной войны. Полные кавалеры ордена «Слава». Хилажев Мавлет Хилажевич (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)
- Республиканский музей Боевой Славы. Хилажев Мавлит Хилажевич (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2026)