Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы

Йәүҙәт Шәүкәт улы Ильясов (рус. Ильясов Явдат Шавкатович; 1959 йылдың 10 феврале, Миндәк (Учалы районы), Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй математик-ғалимы. 1984 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2007 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Математика институтының бүлек мөдире. Физикаматематика фәндәре докторы (2000).

Биографияһы

Йәүҙәт Шәүкәт улы Ильясов 1959 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Миндәк ауылында тыуған.

1981 йылда Мәскәү дәүләт университетының тамамлағандан һуң шунда уҡ аспирантурала (1981—1984). Артабан 2007 йылға тиклем (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университетында, 1996—1998 йылдарҙа В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында эшләй, ошо вуздың докторантураһында уҡый.

2002—2003 йылдарҙа Францияның Ла-Рошель ҡалаһында уҡыта.

2007 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Математика институтында бүлек мөдире[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

1988 йылда «Об асимптотических разложениях решений квазилинейных стохастических параболических уравнений» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

2000 йылда «Нелокальные исследования бифуркаций для семейств нелинейных эллиптических уравнений» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡһыҙ дифференциаль тигеҙләмәләргә, вариациялы иҫәпләмәгә, стохастик процестарҙы тикшереүгә, һанса ысулдарға арналған.

Йәүҙәт Ильясов бифуркацияларҙы табыуҙың дауамлы функционалының, ҡатлауҙарға бүленеү буйынса һыҙыҡһыҙ спектраль анализдың, стационар булмаған мәсьәләләрҙең критик нөктәләрен ике яҡлы вариациялы иҫәпләү ысулдарын уйлап таба; һыҙыҡһыҙ дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһының асыҡ ҡалған бер нисә проблемаһын хәл итә.

60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[4].

Ғилми хеҙмәттәре

  • Ильясов Я. Ш., «Исчисление бифуркаций методом продолженного функционала», Функц. анализ и его прил., 41:1 (2007), 23-38 mathnet mathscinet zmath
  • Il’yasov Y., «A duality principle corresponding to the parabolic equations», Physica D, 237:5 (2008), 692—698 crossref mathscinet adsnasa
  • Il’yasov Y., «On nonlocal existence results for elliptic equations with convex-concave nonlinearities», Nonlinear Analysis, 61:1-2 (2005), 211—236 crossref mathscinet zmath
  • Il’yasov Y., Runst T., «On nonlocal calculation for inhomogeneous indefinite Neumann boundary value problems», Calculus Var. & Part. Diff. Eq., 22:1 (2005), 101—127 crossref mathscinet zmath
  • Il’yasov Y., «On positive solutions of indefinite elliptic equations», C. R. Acad. Sci. Paris Sér. I Math., 333:6 (2001), 533—538 crossref mathscinet zmath adsnasa[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ильясов Явдат Шавкатович. УГАТУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
  2. Ильясов Я.Ш. [https://rusneb.ru/catalog/000199_000009_000060105/ Об асимптотических разложениях решений квазилинейных стохастических параболических уравнений автореферат дис. ... кандидата физико-математических наук]. Национальная электронная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
  3. Электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.
  4. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026.