Абдуллин Айҙар Риват улы
Айҙар Риват улы Абдуллин (рус. Абдуллин Айдар Риватович; 1962 йылдың 26 июле, Учалы, Башҡорт АССР-ы) — философ, философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).
Биографияһы
Айҙар Риват улы Абдуллин 1962 йылдың 26 июлендә Башҡорт АССР‑ыныңУчалы районы Кесе Учалы ҡасабаһында (хәҙер Учалы ҡалаһына керә) тыуған.
1984 йылда Киевтағы граждандар авиацияһы инженерҙары институтын тамамлағандан һуң, Өфө аэропорты инженеры.
1986 йылдан — ВЛКСМ‑дың Өфө район комитеты секретары.
1988 йылдан — Өфө авиация техникумы лабораторияһы мөдире.
1991—92 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәре.
1995—99 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр Академияһының социаль фәндәр бүлеге ғилми секретары.
2002 йылда «Виды и сущность онтологического мышления» тигән темаға философия фәндәренәә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].
2002 йылдан башлап Өфө дәүләт авиация техник университетында, 2003 йылда — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте, тел философияһы, феноменологик герменевтика һәм экзистенциаль анализ проблемаларына арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
2003 йылдың сентябренән Көнсығыш иҡтисад, гуманитар, идара итеү һәм хоҡуҡ институтының (ВЭГУ) философия кафедраһы профессоры вазифаһын башҡарыусы булып эшләй.
2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре[2].
Ғилми хеҙмәттәре
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары рухи мәҙәниәттең килеп сығышын, метафизиканы, онтологияны, тел фәлсәфәһен, шулай уҡ философлаштырыуҙың хәҙерге ысулдарын (феноменологик герменевтика һәм экзистенциаль анализ) өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала.
Немец теленән тәржемә итеү менән шөғөлләнә, экзистенциаль философтар О. Ф. Болнов һәм М. Хайдеггер хеҙмәттәрен тәржемә иткән.
- Культура и символ. Уфа, 1999;
- Онтологическое мышление. Уфа, 2002.
Һылтанмалар
Абдуллин Айҙар Риват улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [https://www.dissercat.com/content/vidy-i-sushchnost-ontologicheskogo-myshleniya Виды и сущность онтологического мышления тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 09.00.01, доктор философских наук Абдуллин, Айдар Риватович]. DisseCat. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ Биография и книги автора Абдуллин Айдар Риватович. RuLit. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.