Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы
Ғөбәй Сәлим улы Фәтҡуллин (башҡ. Ғөбәй Сәлим улы Фәтҡуллин; 1914 йылдың 5 [18] авгусы, Ҡунаҡбай, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы — 2012 йылдың 5 сентябре, Учалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы, Башҡорт АССР-ы Учалы районы «Совет» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Бөйөк Ватан һәм Совет-Япон һуғыштары ҡатнашыусыһы[1][2].
Биографияһы
1914 йылдың 5 (18) авгусында Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙе Ҡунаҡбай ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) тыуған[1][2].
1938 йылда Ҡазан педагогия институтын тамамлай[1]. 1937—1939 йылдарҙа Татар АССР-ының Пестрецы ауылында «За большевистский колхоз» район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары булып эшләй[1].
1942 йылда 1-се Мәскәү Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби авиация техник училищеһын тамамлай[1]. Бөйөк Ватан һәм Совет-япон һуғыштары ҡатнашыусыһы[1].
1946 йылдан Учалы районында эшләй: район гәзите "Зауралец"тың (хәҙер «Учалинская газета») яуаплы мөхәррире була, 1948 йылдан КПСС-тың Учалы район комитетында эшләй[1].
1950—1972 йылдарҙа — Учалы районының Ҡунаҡбай, Әбделҡасим, Иҫтәмғол һәм Урғун ауылдары хужалыҡтарын берләштергән «Совет» колхозы рәйесе[1][3].
1972—1975 йылдарҙа - Учалы район ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы район комитеты рәйесе[3].
1975 йылдан алып алты йылға яҡын «Өргөн күле» ял йортоноң директоры була[1][3].
1981 йылда ҡатыны менән Өфөгә күсеп килә, бында Өфө ҡалаһының парктар һәм баҡсалар берекмәһе директоры булып эшләй[3]. 1979—1983 йылдарҙа Бөтә Союз ирекле янғын һүндереү йәмғиәтенең (ВДПО) Башҡорт советының уҡыу эштәре буйынса өлкән инструкторы була[1][3].
2012 йылдың 5 сентябрендә 99-сы йәшендә Учалы ҡалаһында вафат була[4]. Тыуған ауылы Ҡунаҡбайҙа (Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы;
- Ленин ордены (ике);
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1957 йылдың 11 ғинуары) — 1956 йылда ҡалдай ерҙәрҙе үҙләштереү, уңыш йыйыу һәм иген әҙерләүҙә айырым хеҙмәттәре өсөн[2];
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[1];
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)[1];
- миҙалдар.
Ғаиләһе
- Ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, улар Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Фаткуллин Губай Салимович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Сергей Каргапольцев. Фаткуллин Губай Салимович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Р. С. Лукманов. Председатель Губай. Краеведческий портал «У4алы.рф». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
- ↑ Ушёл из жизни Герой Соцтруда Губай Фаткуллин. ИА «Башинформ» (5 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
Әҙәбиәт
- Лукманов Р. С. Председатель Губай // Выжили. Выстояли. Победили. — Учалы, 2005. — С. 6—10. — 120 с.
- Баталин В. Живущий силой земли // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда / сост. Р. А. Валишин и др.. — Уфа: Башкнигоиздат, 1970. — 376 с.
- Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и полных кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05247-7.
- Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 7: Ф — Я / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — Т. 7. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-075-3.