Степанов Константин Иванович
Константин Иванович Степанов (1922 йылдың 1 июне, Ҡушйылға, Өфө губернаһы — 1999 йылдың 13 марты, Бишбүләк ауылы, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк командиры, кесе лейтенант, Советтар Союзы Геройы (1945).
Һуғыш йылдарында К. И. Степанов һәм уның танк экипажы хәрби иҫәбендә — 10-дан артыҡ шартлатылған һәм юҡ ителгән дошман танкыһы[1].
Биографияһы
Степанов Константин Иванович 1922 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Ҡушйылға ауылында тыуған[3]. Сыуаш. Махсус урта белемле, хәҙерге Һамар өлкәһендәге Похвистневский ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.
1943 йылда Ульяновск танк училищеһын тамамлай. 1943 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
233-сө танк бригадаһының танк командиры (5-се механизацияланған корпусы, 6-сы танк армияһы, 2-се Украина фронты) кесе лейтенант К. И. Степанов Яссы (Румыния) ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Войнешти һәм Каменешти ауылдары өсөн барған һуғышта батырлыҡ күрһәтә.
«1944 йылдың 21 авгусынан 30 авгусына тиклем барған хәрби хәрәкәттәр ваҡытында батырлыҡ, геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Войнешти ауылы өсөн барған алышта, ҡамауға эләгеп, дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итеп, үҙен батырҙарса һәм бирешмәүсән тота. Уның танкы Т-4 тибындағы 2 танкты, 4 танкыға ҡаршы орудиены, 2 миномет батареяһын һәм ротанан артыҡ дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә. 1944 йылдың 24 авгусында, Каменешти ауылы районындағы артабанғы хәрби хәрәкәттәрҙә, дошмандың ҙур группировкаһы менән беренсе булып алышҡа инә; дошмандың өс танкка ҡаршы орудиеһын, пехота һәм һуғыш припастары менән 12 автомашинаһын, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 40 йөк арбаһын юҡ итә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән, «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн», кесе лейтенант Степанов Константин Ивановичкә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6396) тапшырыла.
1945 йылдан КПСС ағзаһы.
Константин Иванович 1946 йылдан алып — запастағы капитан. Бишбүләк ауылында йәшәй. Бишбүләк районы эске эштәр бүлегендә, малсылыҡ сеймалын йыйыусы әҙерләүҙәр контораһы директоры, Бишбүләк урта мәктәбе уҡытыусыһы, Бишбүләк районының граждандар оборонаһы штабы начальнигы булып эшләй.
1999 йылдың 13 мартында вафат була.
Ғаиләһе
- Ҡатыны — Степанова Анна Осиповна — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Өлкән улы — Степанов Вячеслав
- Ҡыҙы — Людмила Степанова
- Улы — Владимир Степанов
- Улы — Сергей Степанов
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945 йылдың 24 марты)[4];
- Ленин ордены (1945 йылдың 24 марты);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.04.1945)[5];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[6];
- миҙалдар.
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль районының Ҡушйылға ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Константин Иванович Степанов исеме бирелә[7][8].
- Бишбүләк ауылының бер урамы Герой исемен йөрөтә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Быстров А. А. Танки. 1916—1945: Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Бонус, Олма-Пресс, 2002. — С. 219—220. — ISBN 5-7867-0072-0, 5-224-02469-2.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы
- ↑ 1 2 И. Г. Каримова. Степанов Константин Иванович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (4 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 45, л. 323, 324).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 951, л. 4, 71, 72).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года №487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Степанов Константин Иванович // Краткая чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2001. — С. 387.
- Степанов Константин Иванович // Подвиги их — бессмертны : Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. — Уфа. 2000. — С. 278.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
- Васильев М. В огне войны : [ О К. И. Степанове ] // Колхозный труд. — 1961. — 24 февр. — С. 4.
- Матвеева Л. Почётные граждане села в школе : [ Встреча с К. И. Степановым ] // Светлый путь. — 1982. — 8 мая. — С. 4.
Һылтанмалар
- Степанов Константин Иванович. «Герои страны» сайты.
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Степанов Константин Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2025)
- Степанов К. 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған. И. 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған. на сайте Республиканского музея боевой славы.
- Степанов Константин Иванович на сайте Ульяновского гвардейского танкового училища 2016 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.
- Степанов Константин Иванович в Чувашской энциклопедии.