Мөхәмәтғәлина Гөлнара Фаил ҡыҙы
Мөхәмәтғәлина Гөлнара Фаил ҡыҙы (рус. Мухаметгалина Гульнара Фаиловна; 1969 йылдың 1 июне, Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы) — типография хеҙмәткәре, полиграфист. 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятиеһы «„Башҡортостан Республикаһы“ нәшриәт йорто» филиалы — Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022)[1].
Биографияһы
Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина (ҡыҙ фамилияһы — Ҡунафина) 1969 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған.
Урындағы мәктәптең һигеҙ синыфын тамамлағас, 1984—1987 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 1-се полиграфистар махсус һөнәри белем биреү училищеһында хәреф йыйыусы һөнәрен үҙләштерә[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1987 йылда Белорет типографияһында линотип машинаһында хәреф йыйыусы булып башлай, һуңынан версткалаусы була. 1994 йылдан — типографияның ПЭВМ операторы[1].
2004 йылдан — «Белорет матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһының компьютер участкаһы бригадиры, 2010 йылдан — предприятиеның полиграфия производствоһы технологы.
2013 йылдан — «Белорет матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһының директор вазифаһын башҡарыусы.
2014 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын «полиграфия» һөнәре буйынса ситтән тороп тамамлай[1].
2015 йылдан Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятиеһы «„Башҡортостан Республикаһы“ нәшриәт йорто» филиалы — Белорет мәғлүмәт үҙәгенең Белорет ҡала типографияһы директоры.
2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятиеһы «„Башҡортостан Республикаһы“ нәшриәт йорто» филиалы — Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры. Үҙәк составына «Белорецкий рабочий», «Урал» гәзиттәре редакциялары һәм Белорет типографияһы инә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022)[1]
- Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почёт грамотаһы (2015)[1]
- Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2015)[1]
Ғаиләһе
Ире Ринат Әхәт улы Мөхәмәтғәлин менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.