Кадышева Надежда Никитична
Надежда Никитична Кадышева (рус. Кадышева Надежда Никитична; 1959 йылдың 1 июне, Лениногорский район[d], Татар АССР-ы[d], СССР) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Золотое кольцо» халыҡ музыкаһы ансамбле солисы. Бөгөлмәнең почётлы гражданы. Рәсәйҙең халыҡ артисы (1999)[1], Мордовияның халыҡ (1995), Татарстандың атҡаҙанған артисы (2003).
Биографияһы
Надежда Никитична Кадышева 1959 йылдың 1 июнендә (икенсе сығанаҡтар буйынса, 19 майҙа) Татар АССР-ы, Лениногорск районының Горки ауылында тыуған, артабан уларҙың ғаиләһе Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе һәм Татарстан киҫешкән урында урынлашҡан Клявлин районының Иҫке Маклауш ауылына күсеп килә.
Атаһы — Никита Михайлович (1923—1974), тимер юлында мастер булып эшләгән. Әсәһе — Анна Андреевна Кадышева (1927—1970) — хужабикә. Надежда дүрт ҡыҙҙың өсөнсөһө була (Вера, Мария, Надежда һәм Любовь)[2].
Йырсының бала сағы һәм йәшлеге еңелдән булмай.Әсәһе 43 йәшендә вафат була. 30 йәшендә Надеждаға түш рагы диагнозы ҡуйыла, операция ваҡытында диагноз раҫланмай. 49 йәшендә ул тахикардиянан дауалана, табиптар инфаркты булдырмай.
Надеждаға 10 йәш сағына, атаһы өйләнә. Өйгә үҙ балалары менән үгәй әсә килә, һәм ҡыҙҙарҙың тормошо насар яҡҡа үҙгәрә. Өлкән апаһы Вера ҡалаға сығып китә һәм заводҡа эшкә урынлаша; Марияны төньяҡта йәшәгән туғандарына ебәрәләр; Надежда менән Любовь Бөгөлмә интернат-мәктәбенә урынлаштырыла[3]. Атаһы хаттарында ҡыҙҙарына «һеҙ» тип өндәшә һәм үгәй әсәйҙән йәшереп кенә аҡса ла ебәрештерә. Бер нисә йылдан ул да үлеп ҡала.
Бер ваҡыт интернатта йыр конкурсы тураһында һөйләшкәндә, Кадышева Виктор Белыйҙың Яков Шведов һүҙҙәренә яҙған «Орлёнок йырын» башҡара һәм маҡтауҙарға лайыҡ була. 14 йәшендә Надежда Мәскәү өлкәһендә йәшәгән өлкән апаһына сығып китә; һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Лобнялағы «Ҡыҙыл Ялан» туҡыу фабрикаһына эшкә инә. Йәш туҡыусы үҙешмәкәр түңәрәктәре эшендә әүҙем ҡатнаша. 18 йәшендә Надежда Кадышева М. М. Ипполитов-Иванов исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтына уҡырға инергә уйлай, тик был ниәте килеп сыҡмай. Буласак артист Тарасенко Николай Михайлович класына әҙерлек курстарына инә һәм киләһе йылында училищеға уҡырға инә.
Училищеның өсөнсө курсында уҡығанда Кадешева яңынан ойошторолған профессиональ «Россияночка» квартеты составында Москонцерт ҡарамағында сығыш яһай башлай. Квартеттың репертуары халыҡ йырҙарынан торһа ла, эстрада башҡарыусылары конкурсына әҙерләнгәндә улар композитор А. Монасыповтың «Летели птицы белые…» йырын һайлай, унда Кадешева соло партияһын башҡара. Ансамблдең сығыштары ҙур уңыш ҡаҙана.
Йырсы студенттар ятағында йәшәй, унда шулай уҡ Гнесиндар исемендәге институт студенттары ла тора ине. Шунда ул киләсәктәге ире — Гнесинка студенты Александр Григорьевич Костюк менән таныша. Костюк менән бергә булыу теләге менән Надежда профессор Нина Константиновна Мешко класында уҡырға тип Гнесиндар исемендәге музыка институтына күсә.
1983 йылда Александр менән Надежда өйләнешә. Бер йылдан һуң уларҙың Григорий исемле улдары тыуа.
1988 йылда Костюк «Золотое кольцо» ансамблен ойоштора. Башта ансамбль сит илдәрҙә күп гастролдәрҙә йөрөй һәм унда ҙур популярлыҡ яулай, ә Рәсәйҙә иһә улар тураһында Германиянан һәм Япониянан килтерелгән яҙмалар аша ғына беләләр ине. Кадешева ансамблдең солисткаһы була. 1993 йылда Союз студияһы ансамблгә хеҙмәттәшлек тәҡдим итә, һәм тап шул ваҡыттан ансамблдең Рәсәйҙә танылыуы башлана. Надежда Кадешева менән «Золотое кольцо» ансамбле Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә күп гастролдәрҙә сығыш яһай.
Картина коллекцияларын йыйыу — Надежд Кадышевының яратҡан шөғөлө.
Шәхси тормошо
- Ғаиләһе
- Ире Александр Григорьевич Костюк (1958 йылдың 7 апрелендә тыуған), украин сығышлы Рәсәй композиторы, «Золотое кольцо» ансамбленә нигеҙ һалыусы һәм уның художество етәксеһе; Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1999). 1992 йылда Кадешева менән Костюк Сан-Францисконың төп православие сиркәүенда сиркәү никахы уҡытҡан.
- Улдары — Григорий Александрович Костюк (1984 йылдың 27 майында тыуған). Күсемһеҙ милеккә инвестициялар менән шөғөлләнгән, ата-әсәһе менән концерт директоры булып эшләгән. 2024 йыл аҙағына ҡарата әсәһе менән бергә сәхнәлә сығыш яһай.
- Григорийҙың тәүге ҡатыны (2011 йылдың сентябренән — 2017 йылға тиклем никах) — Анжелика Алексеевна Бирюкова (1977 йылдың 28 авгусында тыуған), «Лужники» спорт комплексының пресс-атташеһы, эшҡыуар Алексей Бирюковтың ҡыҙы һәм Мәскәү мэры урынбаҫары Пётр Павлович Бирюковтың туғаны. Уларҙың Алексей Григорьевич Костюк исемле улдары бар (2015 йылдың 12 июнендә тыуған)[4])[5].
- Григорийҙың икенсе ҡатыны — Габриэлла, банкир Александр Мермандың ҡыҙы. 2022 йылдың майында уларҙың Леонард исемле улдары тыуған. Никах 2023 йылда тарҡалған[6].
Ижады
Кадешеваның дискографияһына 20-нән ашыу студия альбомы, концерт яҙмалары һәм йыйынтыҡтар инә. Күп кенә йырҙарына видеоклиптар төшөрөлгән. Ул «Течёт ручей», «Деревенская дорога», «Снег летит и летит», «Я не колдунья», «Уходи, горе», «Зачем это лето», «Ах, судьба моя, судьба», «Заплутавшее счастье», «Широка река» кеүек популяр йырҙарҙы башҡарыусы булараҡ киң билдәле.
Александр Костюктың П. Черняев һүҙҙәренә яҙылған «Течёт ручей» йыры, Кадешева башҡарыуында, халыҡ араһында айырыуса ҙур популярлыҡ яулай. Костюк халыҡ яратып тыңлаған күп йырҙарға көй ижад итә. Улар араһында — «Широка река», «Всё уже когда-то было», «Вхожу в любовь», «Когда-нибудь» (Е. Муравьёв һүҙҙәре), «Плачет дождик» (В. Степанов һүҙҙәре), «Подари, берёзка» (А. Стефанов һүҙҙәре).
2011 йылда Надежда Кадешева композитор булараҡ та сығыш яһай — Эффект плацебо комедияһына музыка яҙыуҙа ҡатнаша.
2020 йылдар башында йырсы Александр Костюк музыкаһына һәм Евгений Муравьёв шиғырҙарына бер нисә яңы йыр яҙҙыра. Улар араһында — «Ветер туман несёт», «Прости за любовь», «Без обратного билета», «Я желаю счастья»[7].
Концерт эшмәкәрлеге һәм яңы популярлыҡ тулҡыны
2024—2025 йылдарҙа йырсы, шул иҫәптән йәштәр араһында ла, яңы популярлыҡ тулҡыны кисерә. TikTok ҡулланыусылары «Плывёт веночек» йырына төрлө сценарийлы ҡыҫҡа видеолар төшөрә, видиоларҙы ун меңдәрсә һәм хатта миллионлаған кеше ҡараған[8].
Ошо уңыш фонында 2025 йылда «Плывёт веночек» концерт программаһы башлана, уның сиктәрендә Рәсәй буйлап гастроль туры ойошторола. Тур театрҙарҙа, концерт залдарында, спорт ареналарында һәм стадиондарҙа үтә. Атап әйткәндә, Сибирь-Арена, G-Drive Арена, ЦСКА Арена һәм Лужникиҙың Ҙур спорт аренаһы майҙансыҡтарында сығыштар иғлан ителә. Тур сиктәрендә Надежда Кадешева менән уның улы Григорий Кадышев та сығыш яһай, ул коллективтың концерт директоры ла булып тора.
2025 йыл аҙағында киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Кадешева Яңы йыл корпоративтары өсөн иң ҡиммәтле артистар исемлегендә беренсе урынға сыға, уның гонорары бер сығыш өсөн 50 миллион һумға тиклем етә[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1993);
- Мордовияның халыҡ артисы (1995);
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1999);
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2003);
- Бөгөлмә ҡалаһының почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Рәсәй Президенты Указы менән бүләкләнә № 786 1999 йылдың 17 июненән
- ↑ Биография. Официальный сайт Надежда Кадышева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025.
- ↑ Super User. Биография - Надежда Кадышева и ансамбль «Золотое кольцо». www.kadisheva.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2016. Архивировано из оригинала 5 октябрь 2015 года.
- ↑ Надежда Кадышева женила сына под песни Аллы Пугачевой (28 август 2011). 11 август 2024 тикшерелгән.
- ↑ Кадышева ищет невесту единственному сыну. Ты не поверишь!. НТВ (14 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025.
- ↑ Надежда Кадышева биография, фото, карьера, личная жизнь (рус.). 15 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Реестр произведений российских правообладателей. Я желаю счастья (билдәһеҙ). rao.ru. Общероссийская общественная организация «Российское авторское общество» (РАО). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2024.
- ↑ Почему зумеры скупают все билеты на концерты Надежды Кадышевой. gazetametro.ru (7 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2025.
- ↑ Дороже Шнурова: назван самый дорогой артист России на новогодний корпоратив. www.rosbalt.ru (29 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.