Микулин Иван Иванович

Микулин Иван Иванович (16 февраль 1942 йыл2 март 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының тәрбиә эштәре идаралығы начальнигы (1994—1995), отставкалағы генерал-лейтенант. III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары каваалеры.

Биографияһы

Иван Иванович Микулин 1942 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Иглин районында Новый ауылында тыуған.

1963 йылда Рязань хәрби автомобиль училищеһын тамамлай һәм Карпат буйы хәрби округында транспорт взводы командиры булып хеҙмәтен башлай.

1964 йылдан ғәскәрҙәрҙә сәйәси эштә.

1975 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай һәм Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөнөң 6-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһының сәйәси бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1976—1981 йылдарҙа — 21-се мотоуҡсылар дивизияһының, ә һуңынан 4-се гвардия Кантемир танк дивизияһының сәйәси бүлек начальнигы.

1983 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай һәм ғәскәрҙәрҙә хеҙмәтен дауам итә.

1991 йылда — СССР Ҡораллы Көстәренең Баш хәрби-сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1991—1993 йылдарҙа — Көнбайыш ғәскәрҙәре төркөмө баш командующийының шәхси состав менән эшләү буйынса ярҙамсыһы, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Тыл начальнигының шәхси состав менән эшләү буйынса ярҙамсыһы, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы Баш идаралығы начальнигының шәхси состав менән эшләү буйынса урынбаҫары.

1994—1995 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Тәрбиә эштәре идаралығы начальнигы.

1994 йылдан 2000 йылға тиклем — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре буйынса совет ағзаһы.

2016 йылдың 2 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар