Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы

Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8 апрель 1934 йыл12 август 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)

Биографияһы

Роберт Мөтиғулла улы Арыҫланов 1934 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының[3] Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында тыуған.

1941 йылда үҙҙәрендәге башланғыс мәктәпкә уҡырға бара, 1951 йылда Аҡъяр ауылындағы урта мәктәпте тамамлай. Яҡшы уҡый, фотоһүрәте Почёт таҡтаһында була. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: пионер отряды вожатыйы була, мәктәптең пионер дружинаһы советы һәм уҡыусылар комитеты рәйесе итеп һайлана.

Ветеран оҙайлы ауырыуҙан һуң 2021 йылдың 12 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

Китаптары

  • Свой путь в жизни [Текст] / Р. М. Арсланов. - Уфа: Мир печати, 2017. - 169 с., [12] л. ил., портр., цв. ил., факс.; 20 см.; ISBN 978-5-9613-0470-1 : 100 экз.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)[5]