1937 йылда — Өфө музыка училищеһының классик скрипка класын, 1940 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында профессор В. А. Беловтың композиция класын тамамлаған.
1952 йылда консерваторияның төп курсының профессор А. Н. Александров класын тамамлай.
1941—1944 йылдарҙа Өфө гарнизонының хәрби оркестры музыканты булып хеҙмәт итә.
1956—1963 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Лыткарино ҡасабаһы Балалар музыка мәктәбе директоры була, 1963 йылдан вафатына тиклем Өфө сәнғәт училищеһы директоры була.
Композитор А. Э. Спадавеккиа менән бергә «Аҡбуҙат» операһын яҙа. Опера Б. Бикбай һәм Ҡ.Даян либреттоһына ижад ителә. Сюжеты нигеҙендә «Аҡбуҙат» башҡорт эпосы ята. «Аҡбуҙат» — тарих-фольклор нигеҙендә яҙылған тәүге башҡорт операларының береһе.
Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Н. Канин һәм Х. Мостаев либреттоһына ҡуйылған ошо уҡ исемдәге балетҡа Заимов А. Г. Чугаев менән бергә музыка яҙа.
Композиторҙың төп әҫәрҙәренә Баязит Бикбай шиғырына «Башҡортостан» кантатаһы (1947), симфоник оркестр өсөн увертюра (1952), фортепиано өсөн 24 прелюдия (1952), Б. Бикбай менән М. Сөндөклө шиғырҙарына балалар өсөн 16 йырҙан торған «Бәхетле бала саҡ» циклы (1951) һәм башҡалар инә.
2009 йылдың 12 декабрендә Лыткарино ҡалаһы музыка мәктәбенең концерт залында мәктәпкә нигеҙ һалған һәм уның беренсе директоры булған Халик Шакир улы Заимов иҫтәлегенә концерт була[3].