Шәрипов Рөстәм Динислам улы
Рөстәм Динислам улы Шәрипов (рус. Рустам Динисламович Шарипов; 1982 йылдың 29 июле, Яңы Мөсәт, Башҡорт АССР-ы) — муниципаль хеҙмәткәр. 2026 йылдың 1 июненән Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы. 2019 йылдың декабренән Хәйбулла районы хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020)
Биографияһы
Шәрипов Рөстәм Динислам улы Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында 1982 йылдың 29 июлендә тыуған[1]. 1988—1994 йылдарҙа тыуған ауылында 1—7-се синыфтарҙы, Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 8-се синыфты уҡығандан һуң, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡый башлай һәм 1999 йылда тамамлай.
2000 йылда «Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 3-сө категориялы маляры.
2004 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлай.
2004—2005 «Гарант» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ярҙамсы бүлегенең даими клиенттар менән эшләү буйынса менеджеры.
2005—2006 «АИРКОМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һатыуҙар буйынса менеджеры.
2006—2008 йылдарҙа кредит буйынса белгес-стажер, консультант, «Кредит Европа банкы» ЯАЙ-ның кредит буйынса белгесе.
2009 — март 2010 йыл — Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте иҡтисад департаментының әйҙәүсе иҡтисадсыһы.
2010 — ноябрь 2011 йыл — «Башинформ мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисад, сауҙа һәм иҡтисад департаменты иҡтисадсыһы.
2011 йыл, апрель —— 2012 йыл — Бөрйән муниципаль район хакимиәтенең башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, 2012 йылдың июненән — хакимиәт башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары урынбаҫары.
2012 йылда Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
2014 йылдан Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы[2].
2019 йылдың 9 декабре — Хәйбулла районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
2019 йылдың 24 декабренән Хәйбулла районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Ике юғары белемгә эйә. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
2026 йылдың 1 июненән Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены (2020)[4].
- Башҡортостан Республикаһы Президентының Почет грамотаһы
Иҫкәрмәләр
- ↑
4 ноябрь 2022 Мөхәббәтле ғаилә
- ↑ Башинформ. 7 декабрь 2019
- ↑ Ляйсан Закирова. В Уфе назначили нового исполняющего обязанности мэра. ИА «Башинформ» (1 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. (рус.)
- ↑ Шәрипов Р. Д. С. Юлаев ордены танытмаһы
Сығанаҡтар
- Шарипов Рустам Динисламович
- Энциклопедия. Башкирская республиканская гимназия-интернат № 1 имени Рами Гарипова. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2014. стр. 332.
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.