Бөрйән районы хакимиәте
Бөрйән районы хакимиәте (рус. администрация Бурзянского района) — урындағы үҙидараның башҡарма органы. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан.
Тарихы
Бөрйән районы хакимиәте 1992 йылда ойошторола. 2005 йылда ул бөтөрөлә һәм 2006 йылдың ғинуарында Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте итеп үҙгәртелә.
- Уның составында
- Хакимиәт башлығы
- Эштәр идарасыһы
- Социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫар
- Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫар
- Ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫар
- Эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫар
- Иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫар
- Бүлектәр
- Архив
- Архитектура
- Сәнәғәт
- Муниципаль хеҙмәттәр
- Кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика эше
- Мәғариф
- Финанс
- Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге
- Йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты
- Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса
Хакимиәт башлыҡтары
- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (1991 йылдан)
- Зарипов Ирек Фәсхетдин улы (1993 йылдан)
- Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы (2011 йылдан)
- Шәрипов Рөстәм Динислам улы (2014 йылдан)
- Манапов Ғәзиз Миниәхмәт улы (2019—2024 йылдар)[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Глава администрации Бурзянского района Башкирии ушел со своего поста. ИА Башинформ, 2 октября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2024)
Һылтанмалар
- Администрация Бурзянского района // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 44. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан. Бөрйән районы хакимиәте сайты 2022 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.