Тура (йылға)

Тура (себ.-тат Түре) (Тура (Оҙон) йылғаһының үрге ағымында) — Рәсәй Федерацияһының Свердловск һәм Төмән өлкәләрендәге йылға, Тубыл йылғаһының һул ҡушылдығы (Иртыш бассейны). Тура тигеҙлеге буйлап аға.

Тасуирлама

undefined

Оҙонлоғо — 1030 килеметр, бассейны майҙаны — 80 400 км2[1]. Тамағынан 635 км алыҫлыҡта суднолар йөрөй. Башланған урынында бейеклеге — 416 м[2]. Тамағында бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 42,2 м[3]. Тамағынан 184 км өҫтәрәк уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 202,7 м3/с.

Йылға Хребет-Уральский тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 километр алыҫлыҡта бер нисә бәләкәй йылғаның ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[4]. Йылға башы (51 %) ҡуйы урман менән ҡапланған, өҫкө өлөшөндә кристалл тау тоҡомдары ята, үрге, түбәнге ағымында ултырмалар күп.

Үрге ағымында йылға үҙәне тар, битләүҙәре текә, йылға төбө һикәлтәле. Түбәнге ағымы талғын. Үрге ағымында ағым тиҙлеге — 2,0—2,5 м/секундтан ашыу һәм 1,5 м/с түбәнге ағымында[4].

Һыу режимы

Тура ноябрь айында туңа, апрелдең икенсе ун көнлөгө башында әрселә башлай. Айырым йылдарҙа яҙын боҙ тығындары барлыҡҡа килә. Йылға һыуы күбеһенсә ҡар һәм ямғыр һыуҙарынан тулылана. Ташҡын оҙайлы (2,5 ай) ваҡыт дауам итә. Йылға кимәле ҡырҡа күтәрелә һәм һыу бик әкрен ҡайта. Бер йылда һыу кимәле 4 метрҙан 6,6 метрға тиклем күтәрелә[4].

Төбәктең башҡа күп кенә йылғалары кеүек үк, йылғаның һыу режимы дүрт фазаға бүленә:

  • яҙғы көслө ташҡын;
  • йәйен-көҙөн (август — октябрь айҙары) һыу түбән кимәлдә;
  • көҙгө ямғырҙар ваҡытында бер аҙ ғына күтәрелгән ташҡын;
  • Ҡышын (140 −160 көн) тотороҡло рәүештә һыуҙың түбәнәйеүе. Ҡышын һыуҙың түбәнәйеүе ноябрҙең икенсе яртыһында урынлаша, ә ямырҙар күп яуып, көҙгө ташҡын булғанда, һыуҙың иң түбән кимәле ғинуар-мартта күҙәтелә[5].
Туры и за год 1896 йылдан 1998 йылға тиклем айлыҡ сығым
(үлсәүҙәрв районе Тюмени, в 184 км от устья)[6]

Ҡушылдыҡтары

(тамағынан иҫәпләнә)

Төп ҡушылдыҡтары: Салда, Тагил, Ница, Пышма, Актай, Ис.

Ҡулланыу

Ермактың Себер ханлығын яулап алыуы Туранан башлана. Билдәле булыуынса, йылға буйлап Бабиновка (йәки Ғәли йәнәптәренең) юлы һалына.

Бассейн яҡшы итеп үҙләштерелгән. ҮргеТура, Түбәнге Тура, Верхотурье, Туринск һәм Төмән ҡалалары ошо йылға ярында урышланҡан. Тура Төмәнде һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу алыу сығанағы булып тора[5].

Бассейндың өҫкө өлөшөндә баҡыр, тимер мәғдәне, алтын һәм платина ятҡылыҡтары урынлашҡан. Ошо ятҡылыҡтар булыу сәбәпле эшләгән сәнәғәт предприятиелары йылға бысратыусы сығанаҡтарының береһе булып тора.

Йылғала майҙаны 23 кв. километрға еткән Верхотур гидроэлектростанцияһы бар. Уларҙы төҙөү йылғала һыу режимының үҙгәреүенә килтергән[4].

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

  1. «Тура» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Карта бите O-40-59-D-C — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»
  3. Карта бите O-42-98-2.
  4. 1 2 3 4 Фролова Н. Л., Сурков В. В. Тура. — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России».
  5. 1 2 Тюмень-Водоканал: Основной источник забора воды. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2009. Архивировано 29 июнь 2008 года. 2008 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «vodokanal» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  6. Tura At Tumen' (ингл.). R-ArcticNET. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2016.

Һылтанмалар

  • Гордиенко А. В., Корниец В. В. Археологические памятники реки Туры и г. Тюмени. — М.: Русайнс, 2019. — 326 с. — ISBN 978-5-4365-3543-2.
  • Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Тура // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.