Ишбулдин Рәмил Илдус улы

Рәмил Илдус улы Ишбулдин (рус. Ижбульдин Рамиль Илдусович;1966 йылдың 23 октябре, Прибельский, Башҡорт АССР-ы ) — Рәсәй ғалимы, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. 2001 йылдан Республика кардиология диспансерының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009).

Биографияһы

Ишбулдин Рәмил Илдус улы — 1966 йылдың 23 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылында тыуған[1]. Ҡырмыҫҡалы икенсе һанлы урта мәктәбен тамамлағас, 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1989 йылда Өфө ҡалаһының 6-сы һанлы дауаханаһында йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы булып эшләй башлай. 2001 йылдан алып Республика кардиология диспансерында (бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1995 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта. 2007 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге баш мейеһе артерияларының, йөрәктең ишемия ауырыуының һәм башҡаларға окклюзия патологияһын хирургик дауалау проблемаларына арналған. Ишбулдин Рәмил Илдус улы менән берлектә магистраль ҡан тамырҙарына операция яһағанда реокклюзияларҙы, коронар шунтлау ваҡытында йөрәк ритмы боҙолоуын иҫкәртеү ысулдары эшләнә[1]. 75-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

  • Профилактика осложнений в хирургии сонных артерий. Өфө. 2009 (авторҙаш)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 2002 — «Иң яҡшы операция» категорияһында Башҡорт хирургтар йәмғиәтенең «Алтын скальпелы» менән бүләкләнә;
  • 2004 — «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән;
  • 2005 — «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе;
  • 2009 — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» маҡтаулы исеме;
  • 2016 — «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Ишбулдин Рәмил Илдус улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  2. ↑ 1 2 Ижбульдин Рамиль Илдусович. Муниципальный район Кармаскалинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.
  3. ↑ Ижбульдин Рамиль Илдусович. Минздрав Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026.