Рыбалко Павел Семёнович
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Pionerka2000 мөхәррирләй. |
Павел Семёнович Рыбалко (рус. Рыбалко, Павел Семёнович; 1894 йылдың 23 октябре [4 ноябре] , Малый Выстороп[d], Харьковская губерния[d] — 1948 йылдың 28 авгусы, Мәскәү) — совет хәрби начальнигы, бронетанк ғәскәрҙәре маршалы (1945 йылдың 1 июненән). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.
Бөйөк Ватан һуғышында танк һәм дөйөм ғәскәри армиялар командующийы, Совет Армияһының бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийы (1947 йылдың апреленән).
Биографияһы
Революцияға тиклем
Павел Семёнович Рыбалко 1894 йылдың 23 октябрендә (4 ноябрендә) завод эшсеһе ғаиләһендә тыуа. Күп балалы ғаиләнән (7 бала). Милләте — украин. Өс йыллыҡ сиркәү мәхәлләһе мәктәбен тамамлай. 13 йәштә шәкәр заводында токарь өйрәнсеге булып эш башлай һәм йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй. 1912 йылдан Харьковта йәшәй һәм Харьков паровоздар эшләү заводында (рус.)баш. токарь булып эшләй.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың ноябрендә армияға алына. 1915 йылдың февраленән Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 82-се пехота дивизияһында һуғыша. Перемышлде ҡамауҙа, Буковинала һөжүм итеүҙә һәм Брусилов операцияһында ҡатнаша. 1916 йылдың декабрендә рядовой Рыбалко фронттан ҡайтарыла, шунан Збаражда һәм Тернополдә Бөтә Рәсәй земство союзының вальцовкалы тирмәндәрҙе ремонтлау оҫтаханаһында оҫта ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[2].
Граждандар һуғышы
1917 йылдың июлендә Февраль революцияһы ваҡиғалары йоғонтоһонда дезертирлыҡ ҡыла. Шул уҡ йылдың декабрендә Ҡыҙыл гвардияға ҡушыла, 1918 йылдың февраленән партизан отряды командиры ярҙамсыһы булараҡ оккупанттарға, шулай уҡ Петлюра һәм гетман Скоропадский ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. 1918 йылдың авгусында Ахтырка эргәһендәге алышта немецтарға әсирлеккә төшә, Германиялағы Ноябрь революцияһынан һуң 1918 йылдың декабрендә азат ителә. Тыуған яғына ҡайтып, Лебедин өйәҙ комиссариатында эшләй. 1919 йылдың мартынан өйәҙ ЧК-һының хәрби төркөмө командиры була. Григорьев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша.
1919 йылда РКП(б) сафына инә. 1919 йылдың июненән Лебедин уҡсы полкының рота командиры, шул уҡ йылдың сентябренән — командиры. 1920 йылдың майынан 1-се Атлы армиялағы 14-се кавалерия дивизияһының 84-се кавалерия полкы комиссары, унан һуң — 14-се кавалерия дивизияһының 1-се бригадаһы комиссары. Төньяҡ Кавказ операцияһы барышында Кубандә Деникин ғәскәрҙәрен ҡыйратыуҙа, Умань эргәһендә Польша фронтын өҙөүҙә, Львов йүнәлешендә һәм Замостье эргәһендә поляктар менән алыштарҙа, шулай уҡ Төньяҡ Таврияла Врангель ғәскәрҙәре менән бәрелештәрҙә, Украинаны Махно һәм башҡа атамандар отрядтарынан таҙартыуҙа ҡатнаша. 1919 йылда һуғышта яралана.
Ике һуғыш араһында
Граждандар һуғышы тамамланғас, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында ҡала. Армияны ҡыҫҡартыу һәм идаралыҡтың бригада звеноһын бөтөрөү менән бәйле Төньяҡ Кавказ хәрби округындағы 14-се кавалерия дивизияһының 83-сө кавалерия полкы комиссары урынбаҫары, унан һуң шул уҡ дивизияның 84-се кавалерия полкы комиссары итеп тәғәйенләнә. 1925 йылдың авгусынан 1925 йылдың сентябренә тиклем — Мәскәүҙә 1-се Айырым кавалерия бригадаһының 61-се кавалерия полкы комиссары. 1925 йылдың сентябренән 1926 йылдың июленә тиклем М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияның Юғары начальниктар составын камиллаштырыу курсында уҡый.
1926 йылдың июленән 1927 йылдың октябренә тиклем — Себер хәрби округында (рус.)баш. 5-се айырым Кубань кавалерия бригадаһының 75-се кавалерия полкы (Даурия станцияһы) командиры. 1927 йылдың октябренән 1928 йылдың октябренә тиклем — Украин хәрби округының Айырым кавалерия дивизияһы дивизионы командиры һәм комиссары. 1928 йылдың октябренән 1929 йылдың авгусына тиклем ошо уҡ округта — казак полкы командиры һәм комиссары һәм 2-се кавалерия дивизияһының 1-се кавалерия бригадаһы командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 1929 йылдың авгусынан 1931 йылдың майына тиклем — шул уҡ дивизияның Ҡыҙыл казактарҙың 7-се Чернигов кавалерия полкы командиры һәм комиссары. 1930 йылда Коминтерн исемендәге «Выстрел» Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы комсоставын камиллаштырыу буйынса атыу-тактик курсын тамамлай. 1931 йылдың майынан 1934 йылдың апреленә тиклем М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияның төп факультетының кавалерия бүлегендә уҡый.
Академияны тамамлағас, СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Разведка идаралығы ҡарамағына йүнәлтелә һәм хәрби советник сифатында Ҡытайға ебәрелә, 1935 йылдың декабренә тиклем шунда була[3], Ҡытайҙың Синьцзян провинцияһында уйғыр баш күтәреүселәренә ҡаршы көрәшә.
1935 йылда персональ ғәскәри званиелар индерелгәс, полковник итеп аттестациялана. 1936 йылдың февраленән 1937 йылдың июленә тиклем Урта Азия хәрби округында 8-се Төркөстан (1936 йылдың июленән — 21-се) кавалерия дивизияһының командир ярҙамсыһы була.
1937 йылдың июленән 1939 йылдың октябренә тиклем — Польшала хәрби атташе. 1940 йылдың апрель-декабрендә — Ҡытайҙа хәрби атташе, артабан «Генераль Штабтың разведка идаралығы ҡарамағында» була[4].
Бөйөк Ватан һуғышы
1941 йылдың декабренә тиклем «Генераль Штабтың разведка идаралығы ҡарамағында» ҡала. 1941 йылдың сентябренән 1942 йылдың майына тиклем — Ҡыҙыл Армияның Генераль Штабы Юғары махсус мәктәбенең тактика кафедраһы начальнигы, шул уҡ ваҡытта ошо мәктәптең фәнни эш буйынса проректоры[5]. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, командованиеға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә.
1942 йылдың майынан — 3-сө танк армияһы командующийының пехота ғәскәрҙәре буйынса урынбаҫары. Армия төҙөлгән саҡ була, шуға хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай.
1942 йылдың 15 июлендә Ставка күптән түгел төҙөлгән 5-се танк армияһын ҡабат тарҡатырға ҡарар итә, сөнки ул Воронеж-Ворошиловград стратегик оборона операцияһында уңышһыҙ сығыш яһай һәм шәхси составты, техниканы күпләп юғалтыуға юл ҡуя[6]. 23 июлдә 5-се танк армияһының элекке командующийы генерал-майор Александр Ильич Лизюков яу барышында һәләк була. 28 июлдә Ставка 5-се танк армияһының идаралығын һәм тәьминәт частарын һаҡлап ҡалырға ҡарар итә[7]. 17 августа Ставка 5-се танк армияһының идаралығын һәм тәьминәт частарын 3-сө танк армияһы командующийы урынбаҫары генерал-майор Рыбалко ҡарамағына тапшырырға бойора[8]. 30 августа генерал-майор Рыбалко 5-се танк армияһының командующийы итеп тәғәйенләнә, уның алдына 3 сентябргә идаралыҡты һәм аяҡҡа баҫтырыу һәм армияны ҡабаттан төҙөү бурысы ҡуйыла[9]. 9 сентябрҙә Ставка Ржев-Сычёв операцияһында һәм Көнбайыш фронттың контрһөжүмендә ҡатнашҡан 3-сө танк армияһын тулыландырыу маҡсатында резервҡа сығара. 22 сентябрҙә Ставка 3-сө һәм 5-се танк армияларының командованиеһын алмаштырырға ҡарар итә[10], һәм генерал-майор Рыбалко 3-сө танк армияһы командующийы булып китә.
Һуғыш хәрәкәттәренә генерал-лейтенант Рыбалко 1943 йылдың ғинуарында ғына ҡушыла: уның 3-сө танк армияһы Воронеж фронты составында Острогожск-Россошь һөжүм операцияһында, Харьковҡа һөжүм һәм уны обороналау операцияларында ҡатнаша. Һуңғы операция барышында армия өлөшләтә ҡамауға эләгә, ҙур юғалтыуҙар кисерә, айырыуса техникаһын күпләп юғалта, һәм 1943 йылдың 16 апрелендә 57-се армия тип үҙгәртелә[11].
14 майҙа Сталин 3-сө танк армияһын гвардия армияһы итеп тергеҙергә бойороҡ бирә, һәм Ставканың шул уҡ көндәге 46174-се бойороғо менән генерал-лейтенант Рыбалко 3-сө гвардия танк армияһының командующийы итеп тәғәйенләнә. Уның алдына йәнә армияның һуғышҡа яраҡлылығын тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Артабан инде был армияла ул һуғыш тамамланғанға тиклем ҡала.
Днепрҙы уңышлы кискән, армияға Курск алышында һәм Киевҡа һөжүм итеү операцияһында уңышлы етәкселек иткән өсөн 1943 йылдың 17 ноябрендә Павел Семёнович Рыбалкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
Уның етәкселегендәге армия Житомир-Бердич, Проскуров-Черновцы, Львов-Сандомир, Сандомир-Силезия, Түбәнге Силезия, Берлин, Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.
Икенсе «Алтын Йондоҙ» миҙалына Рыбалко 1945 йылдың 6 апрелендә бүләкләнә.
Һуғыштан һуң
Һуғыштан һуң 3-сө гвардия танк армияһына етәкселеген дауам итә. Был армия Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә була һәм 1945 йылдың икенсе яртыһында 3-сө гвардия механизацияланған армия итеп үҙгәртелә. П. С. Рыбалкоға 1945 йылдың 1 июнендә бронетанк ғәскәрҙәре маршалы хәрби званиеһы бирелә.
1946 йылдың апреленән 1947 йылдың апреленә тиклем — Совет Армияһы бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары. 1947 йылдың апреленән — Совет Армияһының бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийы.
1946 йылдың февралендә 666-сы айырым һайлау округы (СССР Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмө (рус.)баш.) буйынса икенсе саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана[12].
1948 йылдың 28 авгусында бөйөр ауырыуынан вафат була. Новодевичье зыяратындағы ҡәберендә һәйкәл ҡуйылған[13].
Берҙән-бер улы — лейтенант Виль Павлович Рыбалко — 1942 йылдың йәйендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтта һәләк була (танкыла яна).
Хәрби званиелары
- 1935 йыл — полковник
- 1940 йылдың 20 феврале — комбриг[14];
- 1940 йылдың 4 июне — генерал-майор[15];
- 1943 йылдың 18 ғинуары — танк ғәскәрҙәренең генерал-лейтенанты;
- 1943 йылдың 30 декабре — танк ғәскәрҙәренең генерал-полковнигы;
- 1945 йылдың 1 июне — бронетанк ғәскәрҙәре маршалы.
Наградалары
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.11.1943)[16];
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (06.04.1945)[17];
- ике Ленин ордены (17.11.1943, 21.02.1945)[16][17];
- өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1921, 03.11.1944, 1948)[18];
- өс 1-се дәрәжә Суворов ордены (28.01.1943, 25.08.1944, 29.05.1945)[19][20][21];
- 1-се дәрәжә Кутузов ордены (27.08.1943)[22];
- 1-се дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (29.05.1944)[23];
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы[24];
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы[25];
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы;
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы;
- «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына ХХ йыл» миҙалы;
- «Совет Армияһына һәм Флотына 30 йыл» миҙалы;
- «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы.
- Сит ил дәүләттәре наградалары
- «Virtuti Militari» ордены кавалеры (ПХР);
- «Грюнвальд тәреһе» ордены кавалеры (ПХР);
- «Одер, Ниса һәм Балтика өсөн» миҙалы (ПХР);
- «Еңеү һәм Азатлыҡ» миҙалы (ПХР);
- 1-се дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены (Чехословакия, 08.06.1945)[26];
- 2-се дәрәжә «Еңеү өсөн» Аҡ арыҫлан ордены (Чехословакия);
- 1939—1945 йылдарҙағы ике хәрби тәре (Чехословакия, 22.12.1943)[27].
Хәтер
- Мәскәүҙә Маршал Рыбалко урамындағы 1-се йорттоң фасадына иҫтәлекле мәғлүмәт таҡтаһы беркетелгән. 70х100 ҙурлыҡтағы таҡтаны бронзанан «М. Б. Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы» оҫталары эшләгән. 2025 йылдың майында ҡуйылған[28].
- Мәскәүҙә Новодевичье зыяратындағы ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған. Шунда уҡ «гвардиясы танкистарҙан» тигән бағышлау менән ҡалай Т-34-85 тора.
- Киевта Аносов баҡсаһында һәйкәл урынлаштырылған[29].
- Воронеж өлкәһе Россошь ҡалаһында һәйкәл ҡуйылған. 2013 йылдың ғинуарында асылған[30].
- Мәскәүҙә Рыбалко урамында мемориал асылған.
- Сумы өлкәһенең Кесе Выстороп ауылында (Украина) бюст ҡуйылған.
- Прага пантеонында (Прага, Чехия) бюст урынлаштырылған.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге бинаһының фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- Маршал Рыбалко исемендәге урам Волгоградта, Конотопта, Мәскәүҙә, Минскиҙа, Пермдә, Харьковта, Липецкиҙа, Киевта, Черновцыҙа, Новоград-Волынскийҙа, Полонныйҙа (Хмельницкий өлкәһе; Хмельницкийҙың үҙендәге маршал Рыбалко урамы исеме 2016 йылда Степан Бандера урамы тип үҙгәртелә), Зеленодольскиҙа, Прагала бар. Львовта ла Рыбалко исемле урам булып, унда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған була. 2001 йылда Симон Петлюра урамы итеп үҙгәртелә, мемориаль таҡтаташ алып ташлана. Житомирҙағыһы ҡала башлығы Сухомлин С. И. бойороғо (19.02.2016 № 112) менән Тарас Бульба-Боровец урамы итеп үҙгәртелә[31].
- Украина һыу транспорты министрлығының круиз теплоходы «Маршал Рыбалко» (2005 йылда исеме «Зірка Дніпра» («Днепр йондоҙо») итеп үҙгәртелә[32].
- 1992 йылға тиклем Чирчик юғары хәрби танк командалыҡ училищеһы П. С. Рыбалко исемен йөрөтә (Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы бронетанк ғәскәрҙәре маршалы П. С. Рыбалко исемендәге Ташкент Ленин орденлы юғары танк командалыҡ училищеһы).
- 1984 йылда СССР-ҙың Элемтә министрлығы маркалы конверт сығара, уға П. С. Рыбалконың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған марка йәбештерелә.
Кинематограф
- 1968 йылда чех кинематографистары «Марафон» тигән фильм төшөрә, унда полководец ролен Карел Хёгер уйнай.
- 1972 — «Азат итеү» киноэпопеяһы (рус.)баш. — маршал Рыбалко ролен Дмитрий Франько уйнай.
- 1972 — Чехословакияның «Праганы азат итеү» фильмы — маршал Рыбалко ролен Дмитрий Франько башҡара.
- 1985 — «Контрудар» нәфис фильмы — маршал Рыбалко ролен Всеволод Платов уйнай.
- 2012 — «Жуков» телесериалы — маршал Рыбалко ролендә — Юрий Цурило.
Замандаштарының хәтирәләре
Павел Семёнович Рыбалко впоследствии маршал бронетанковых войск, прошёл чрезвычайно интересный жизненный путь. Сын рабочего, он участвовал в первой мировой и в гражданской войнах, сражался против интервентов, а также петлюровцев, деникинцев, бандитов. Был комиссаром бригады. Разносторонне образованный в военном отношении, он сразу выдвинулся как незаурядный военачальник. Был военным атташе в ряде стран, читал лекции в военных учебных заведениях. С весны 1942 года он стал командующим танковыми армиями, с триумфом освобождавшими Украину, Польшу, Чехословакию и участвовавшими в Берлинской операции. После Великой Отечественной войны до самой смерти в 1948 году он руководил бронетанковыми и механизированными войсками Советских Вооруженных Сил.— Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы маршалы Василевский А. М. Дело всей жизни. — 2-е изд., доп. — М: Изд-во полит лит., 1975. — С. 306—307.
… такой генерал-танкист был для нас на войне исключительно дорог. И не случайно 3-я гвардейская танковая армия являлась передовой армией, подававшая своими действиями пример того, как много можно получить от наших танковых объединений в условиях большой манёвренной войны, если правильно и дальновидно управлять ими… …Павел Семёнович Рыбалко был человеком, на которого я полагался всецело. Когда речь шла о нём, то я знал, что там, где я как командующий фронтом не всё предусмотрел, предусмотрит он.— Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Советтар Союзы маршалы Конев И. С. Записки командующего фронтом 1943—1945. — 3-е изд. — М.: Воениздат, 1982. — С. 362, 363.
… Дольше всех командовал танковой армией Павел Семенович Рыбалко. Это был очень эрудированный, волевой человек. В первые послевоенные годы на его долю выпала честь возглавить все наши бронетанковые войска. Он вложил много труда и энергии в их реорганизацию и перевооружение.— Армия генералы Штеменко С. М. Генеральный штаб в годы войны: (Военные мемуары). — М.: Воениздат, 1968. — С. 408.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 РЫБАЛКО // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Биографические сведения о жизни до 1939 года приведены по автобиографии П. С. Рыбалко, написанной в 1939 году. Опубликована в: Жилин В. А. Танкисты-герои 1943—1945 гг. — М.: Яуза, Эксмо, 2008. — Глава «Маршал брони».
- ↑ П. Аптекарь. «От Желторосии до Восточно-Туркестанской республики». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Обычно за этим термином скрывалась разведывательная деятельность, проводившаяся нелегальным путём, либо обучение ей.
- ↑ «Мудрый, важный и отважный воин-самурай». К 125-летию маршала бронетанковых войск дважды Героя Советского Союза П. С. Рыбалко. // Военно-исторический журнал. — 2019. — № 11. — 4-я стр. обл.
- ↑ Директива Ставки ВГК № 170511.
- ↑ Директива Ставки № 994129.
- ↑ Директива Ставки № 1036031.
- ↑ Директива Ставки № 994176.
- ↑ Директива ставки № 994202.
- ↑ Приказ Ставки № 46125.
- ↑ ГАРФ. Ф. Р7523. Оп. 43. Ед. хр. 666.
- ↑ Новодевичье кладбище. Павел Семёнович Рыбалко. Маршал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ s:Приказ НКО от 20.02.1940 № 0806 (предпраздничный)
- ↑ s:Постановление СНК СССР от 4.06.1940 № 945
- ↑ 1 2 Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ 1 2 Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Рыбалко Павел Семенович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ В Москве открыли памятную доску Герою Советского Союза Павлу Рыбалко. РИА Новости (5 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Памятник маршалу Павлу Рыбалко. kiev-foto.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Памятник П. С. Рыбалко. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Распоряжение городского головы о переименовании топонимических объектов и демонтаж памятных знаков в г. Житомире. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
- ↑ Теплоход «Маршал Рыбалко». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2026.
Әҙәбиәт
- Великая Отечественная. Командармы. — М.: Жуковский, 2005.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь в двух томах. — М.: Воениздат, 1987.
- Драгунский Д. А. Дважды Герой Советского Союза П. С. Рыбалко (К 80-летию со дня рождения) // Военно-исторический журнал. — 1974. — № 11. — С. 125—128.
- Жилин В. А. Герои-танкисты 1943—1945. — М.: Эксмо, Яуза, 2008. — ISBN 978-5-699-3053.
- Миронов Г. Маршал бронетанковых войск Павел Рыбалко // Полководцы и военачальники Великой Отечественной. Вып. 1. — 2-е изд. — 1971. — С. 292—330. — 448 с. — (Жизнь замечательных людей). — 150 000 экз.
Һылтанмалар
- Рыбалко Павел Семёнович на сайте Министерства обороны Российской Федерации
- Рыбалко Павел Семёнович. «Герои страны» сайты.
- Рыбалко Павел Семёнович. Фильм цикла «Герои Победы».
Рыбалко Павел Семёнович, 1894—1948 г.г.: видеосюжет. — М: ООО «Русский Исторический Канал», 2010.