Астахов Фёдор Алексеевич

Астахов Федор Алексеевич (27 ғинуар (8 февраль) 1892 йыл — 9 октябрь 1966 йыл, Мәскәү) — совет хәрби начальнигы, авиация маршалы (1944).

Йәшлеге

Фёдор Алексее́вич Аста́хов 1892 йылдың 27 ғинуарында (8 февраль) Тула губернаһы Кашир өйәҙе (хәҙер Мәскәү өлкәһенең Кашир районы) Ледовые Выселки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1910 йылда Каширҙа реаль училище тамамлай һәм Мәскәү предприятиеларында эшләй. 1913 йылда Рәсәй армияһына саҡырыла, һауала осоу ротаһында хеҙмәт итә. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1915 йылда — 3-сө Мәскәү прапорщиктар мәктәбен 1916 йылда Севастополь хәрби авиация мәктәбен тамамлай. Астахов мәктәптә инструктор итеп ҡалдырыла һәм унда 1918 йылға тиклем хеҙмәт итә, прапорщик була.

Граждандар һуғышы

Ҡыҙыл армияла 1918 йылдан. Граждандар һуғышын Көнсығыш фронтта үтә, А. В. Колчак армияһына, Алыҫ Көнсығышта япон интервенттарына һәм күп һанлы аҡ формированиеларға ҡаршы һуғыша. 1918 йылдан 5-се армияла, 1-се Тула һәм 1-се Калуга авиагруппаларында подразделениелар менән командалыҡ итә, 1919 йылда авиаотряд командиры һәм Көнсығыш фронттың 1-се Себер авиация төркөмөнөң авиация начальнигы була. 1920 йылдан — Себер авиацияһы, авиация һәм 5-се һауала осоу армияһы начальнигы ярҙамсыһы.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Fyodor Alekseyevich Astakhov // TracesOfWar

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар