Кожедуб Иван Никитович

Кожедуб Иван Никитович (укр. Іван Микитович Кожедуб; 8 июнь 1920 йыл — 8 август 1991 йыл, Мәскәү, ) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Авиация маршалы (1985), осоусы-ас. Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы (04.02.1944[3], 1944, 1945). СССР Юғары Советы депутаты (19461961). СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытынан осоусы-ас, союздаштар авиацияһының иң һөҙөмтәле летчик-истребителе (64 еңеү). Кореяла совет белгестәре төркөмө составында хәрби хәрәкәттәр мәлендәге псевдонимы — «Крылов»[4].

Биографияһы

Иван Никитович Кожедуб Чернигов губернаһы Глухов өйәҙе Ображиевка ауылында (хәҙерге Украинаның Шосткинск районы Сумы өлкәһендә) крәҫтиән — сиркәү старостаһы ғаиләһендә тыуа[5]. Украин[6]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, совет осоусы-истребительдәрҙең икенсе быуынына ҡарай.

1934 йылда мәктәпте тамамлап Шостка ҡалаһында химик-технология техникумына уҡырға инә.

Авиацияла беренсе аҙымын Шосткин аэроклубыгда яһай. 1940 йылдың башында Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм шул уҡ йылдың көҙөндә Чугуев хәрби авиация летчиктар мәктәбен тамамлай, һуңынан шунда уҡ инструктор вазифаһында хеҙмәтен дауам итә.

Һуғыш башланғас, авиашкола менән бергә Ҡаҙағстандың Чимкентҡалаһына эвакуациялана, унда инструктор вазифаһында фронтҡа летчиктар әҙерләү менән шөғөлләнә. 1942 йылдың 23 февралендә Кожедубҡа өлкән сержант званиеһы бирелә. 1942 йылдың ноябрендә Ивановола формалаштырылған 302-се истребителдәр авиация дивизияһының (1944 йылдың 2 июленән — 14-се гвардия истребителдәр авиация дивизияһы) 240-сы истребитель авиация полкына ебәрелә. 1943 йылдың мартында дивизия составында Воронеж фронтына оса.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ivan Nikolayevich Kozhedub // TracesOfWar
  2. Кожедуб Иван Никитович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому составу военно-воздушных сил Красной Армии» от 4 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 17 февраля (№ 10 (270)). — С. 1
  4. «Две войны Ивана Кожедуба».
  5. В Киеве открыли памятник знаменитому лётчику Кожедубу 2020 йылдың 7 август көнөндә архивланған..
  6. Кожедуб Иван Никитович. Сайт «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2018.

Әҙәбиәт

  • Бодрихин Н. Г. Кожедуб. — М.: Молодая гвардия, 2010. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03292-7
  • Окороков А. Секретные войны СССР. Самая полная энциклопедия. — М.: Яуза; Эксмо, 2015. — С. 717—718. — ISBN 978-5-699-67679-8

Һылтанмалар

Категориялар