Пстыго Иван Иванович

Биографияһы

Пстыго Иван Иванович 1918 йылдың 10 апрелендә Совет Рәсәйенең Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы) Сухополь ауылында тыуған[3]. Белорус.

Крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡый, һуңынан Өфөнөң 3-сө урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәте

1936 йылдан хәрби хеҙмәттә.

1940 йылда Энгельс хәрби авиация лётчиктары училищеһын тамамлай һәм Хәрби-һауа көстәренең Одесса хәрби округына 211-се бомбардировка авиация полкына (рус.)баш. ебәрелә[4].

Бөйөк Ватан һуғышы

Бөйөк Ватан һуғышын лейтенант Пстыго Днестр йылғаһы буйындағы ялан аэродромында звено командиры вазифаһында ҡаршылай. 1941 йылдың 22 июнендә 211-се авиаполктың Су-2 бомбардировщиктары төркөмө составында үҙенең беренсе хәрби осошон яһай. Су-2-лә барлығы 21 хәрби осош башҡара. Шуларҙың береһендә хеҙмәттәшенең Су-2-һен, дошман самолеты менән бутап, Александр Покрышкиндың атып төшөрөүенә шаһит була.

Киев һәм Харьковты дошман баҫып алғандан һуң һәм авиаполкта 11 генә самолет ҡалғас, башҡа осоусылар менән лейтенант Пстыгоны ла Балашов авиация училищеһына уҡырға ебәрәләр. Уларға яңы Ил-2 самолёт-штурмовикты (рус.)баш. үҙләштерергә тура килә. Артабанғы йылдарҙа лётчик-штурмовик Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград фронттарында һуғыша, унда штурмовиктарҙың урам һуғыштарын башлап ебәреүсе була[5], Брянск, 1-се һәм 2-се Балтика буйы фронттарында, 3-сө Белорус һәм 1-се Украин фронттарында эскадрилья командиры, штурм авиацияһы дивизияһының һәм авиация корпусының һауа-уҡсылар хеҙмәте начальнигы була, Еңеү көнөн подполковник званиеһында һәм 893-сө Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Витебск штурм авиацияһы полкы командиры вазифаһында ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Пстыго барлығы 164 хәрби осош яһай, һауа һуғышында ике дошман истребителен (рус.)баш. шәхсән бәреп төшөрә[4].

Һуғыштан һуң

Һуғыштан һуң Липецк ҡалаһына Хәрби-һауа көстәренең Юғары офицерҙар курсына ебәрелә. Уны уңышлы таммалағандан һуң Алыҫ Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт итә, 53-сө ҡатнаш авиация корпусы командиры була.

Артабан СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһында уҡый, уны 1957 йылда тамамлағас, Хәрби-һауа көстәренең Ленинград хәрби округы командующийы итеп тәғәйенләнә.

1985 йылдан — Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө Хәрби-һауа көстәре командующийының беренсе урынбаҫары, бер йылдан командующий була. Уның ҡарамағында 64000 кеше, 1700 самолет иҫәпләнә. Йылына етегәсә сик боҙоусы самолеттар бәреп төшөрөлә[6]. 1967 йылдан генерал-полковник И. И. Пстыго — СССР Хәрби-һауа көстәре баш командующийының хәрби әҙерлек буйынса урынбаҫары.

1975 йылда уға юғары хәрби дәрәжә — «аваиация маршалы» званиеһы бирелә.

1977 йылда Пстыгоға СССР Ҡораллы Көстәренең Осоу хәүефһеҙлеге үҙәк инспекцияһын булдырырға ҡушыла. Шул ваҡытта ул «осоу хәүефһеҙлеге формулаһын» индерә, һәм был формула әлегәсә ғәмәлдә.

Һуғыш ваҡытында И. И. Пстыго «Советтар Союзы Геройы» исеменә ике тапҡыр тәҡдим ителә, әммә атаһының репрессияланыуы (рус.)баш. ҡамасаулай. Ғәҙеллек тик 1978 йылда ғына тергеҙелә[7].

СССР Юғары Советы Президиумының 1978 йылдың 7 апрелендәге Указы менән авиация маршалы Пстыго Иван Ивановичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 11300).

1983 йылда ул СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙары төркөмөнә индерелә. Пстыго 59 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. 52 төр самолетты үҙләштерә, осоу стажы — 42 йыл. Һауала 7500 сәғәт була. Бик күп ҡанатлы машиналарға тормошҡа путёвка бирә.

1995 йылда Еңеүҙең 50 йыллығына РФ Оборона министрлығы башҡа хәрби начальниктар менән бер рәттән Пстыгоға ла яңы өлгөләге маршал формаһы тапшыра. «Сәмреғошло төймәләрҙе мин шунда уҡ ҡырҡып алып, Советтар Союзы гербы төшөрөлгәндәрен тегеп ҡуйҙым, — тип һөйләй И. И. Пстыго 1995 йылдың 30 июнендә «Правда» гәзитенә биргән интервьюһында. — Шевронды ла ҡырҡып алдым: американдар алдында маймылланып булмаҫ инде! Ә ике башлы сәмреғошло фуражканы баҡсала ырғытып киттем: әйҙә, унда ҡарға үҙенә оя ҡорһон. Формаһы буйынса ла, аксессуарҙары буйынса минең инаныуҙарыма тап килмәй, ә миңә инаныуҙарымды үҙгәртергә һуң»[6].

undefined

2003 йылдың 25 июлендә 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк музейында «Курск һуғышы: алты тиҫтә йыл аша ҡараш» тип аталған түңәрәк ҡор үткәрелә, Пстыго унда «Курс дуғаһы күгендә» доклады менән сығыш яһай. Шул уҡ көндө ул «Курск алышына 60 йыл» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә.

Мәскәүҙә йәшәй. Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһында консультант (рус.)баш. була. 2008 йылда РФ Оборона министрлығының генераль инспекторҙары хеҙмәте ойошторолғас, һуңғы көндәренә тиклем генераль инспектор булып хеҙмәт итә[8].

Иван Пстыго 2009 йылдың 23 февралендә 91-се йәшендә вафат була[3]. 26 февралдә Троекуров зыяратында ерләнә[9].

1941—1991 йылдарҙа ВКП(б) (һуңынан КПСС) ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

СССР-ҙыҡы

Рәсәйҙеке

  • 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены (2008);
  • миҙалдар.

Сит илдәрҙеке

  • Сит ил наградалары.

Китаптары

  • Книга: Пстыго — На боевом курсе
  • Самолёты над Марково и Уэлькалем // Вопросы истории : журнал. — 1993. — № 10. — С. 153-156.
  • Труженики неба. — М., 1994. — 469 с., 1 л. ил.
  • Труженики неба. — Уфа: Китап, 1995. — 327 с.: портр.
  • Жажда неба. — М.: Авико-Пресс, 1995.
  • И. И. Пстыго. Думы о войне и мире. — М.: Шаг, 1995. — С. 265.
  • И. И. Пстыго. Воспоминания. — М.: Издательский центр «Акционер», 2002. — С. 352.
  • И. И. Пстыго. Земля и небо. — Полигон-пресс, 2002. — С. 192. — 1500 экз. — ISBN 5-94384-015-X.
  • И. И. Пстыго. Труженики неба. — М.: Издательский центр «Акционер», 2003. — С. 352.
  • И. И. Пстыго. Борьба. — Голос-Пресс, 2004. — С. 192. — 4000 экз. — ISBN 5-7117-0065-0.
  • И. И. Пстыго. Время. Дела. Люди. — Голос-Пресс, 2005. — С. 320. — 1000 экз. — ISBN 5-7117-0074-X.
  • И. И. Пстыго. Жизнь (Так это было). — М.: Голос-Пресс, 2006. — С. 288. — 1000 экз. — ISBN 5-7117-0136-3.

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Иванович Пстыгоның исеме Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль (рус.)баш. районы Валентиновка ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[11][12];
  • 2018 йылдың 15 апрелендә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Авиация осоштары хәүефһеҙлеге хеҙмәте бинаһында авиация маршалы И. И. Пстыгоға һәйкәл асыла;
  • Башҡортостан Республикаһы Архангел районының Архангел ауылында Герой исеме менән урам аталған, шул уҡ райондың Валентиновка ауылында уға бюст (2017), ул уҡыған мәктәп бинаһына — мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Пстыго Иван Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Пстыго Иван Иванович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 496. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. 1 2 3 Ғ. Һ. Булатов. Пстыго Иван Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
  4. 1 2 Н. В. Уфаркин. Пстыго Иван Иванович. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
  5. Пстыго И. И. Труженики неба. — Уфа: Китап, 1995. — 327 с.
  6. 1 2 Ленский И. Маршал остаётся пленником неба // Правда. — 30 июня 1995. — № 120 (27538). — С. 2.
  7. Маршал авиации Иван Пстыго — белорус из Башкирии. Сайт «Дзен» (31102021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
  8. Служить на благо Отечества.
  9. Пстыго Иван Иванович. Сайт «Бессмертный полк России». База ветеранов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
  10. Пстыго Иван Иванович. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане: Пстыго Иван Иванович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
  11. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)
  12. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Интервью 2008 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. — газета Время новостей: № 78, 07 мая 2004.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Козлов П. Я. Маршал авиации: Документ. повесть. — М.: Машиностроение, 2002.
  • Командующие воздушными армиями. М.: Патриот, 2006.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Красная Звезда: газета. — 2009, 26 февраля (некролог).
  • Пстыго Иван Иванович : [Герой Совет. Союза, маршал авиации, 1918—2009 : некролог] // Республика Башкортостан. — 2009. — 26 февр. — Подписи: М. Г. Рахимов, К. Б. Толкачев, Р. С. Сарбаев и др. — (Вечерняя Уфа ; 26 февр.). — (Кызыл таң ; 26 февр.).

Һылтанмалар

Категориялар