Зимин Георгий Васильевич
Георгий Васильевич Зимин (6 май (23 апрель) 1912 йыл — 29 март 1997, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы. СССР Юғары Советы депутаты (1958—1966).
Биографияһы
Георгий Васильевич Зимин 1912 йылдың 6 майында (иҫке стиль буйынса — 23 апрелдә) Санкт-Петербургта тыуа. Атаһы заводтағы забастовка ваҡытында жандармдар ҡулынан һәләк була, был ваҡытта малайға бер йәш тулмай. Әсәһе яңғыҙ ҙур ғаиләне ҡарай алмағас, Георгийҙы Калугалағы балалар йортона урынлаштыралар. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары шунда үтә. Урта мәктәпте тамамлай. Урыҫ. 1930 йылдың июненән Калугала электротехник тимер юлы оҫтаханаларында слесарь-электрик булып эшләй, рабфакта уҡый. Бынан тыш, өс йыллыҡ мәктәп-изостудия тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте
Ҡыҙыл армияға хәрби хеҙмәткә 1931 йылдың декабрендә саҡырыла. 1933 йылда — Ленниградта Осоусыларҙың хәрби-теоретик мәктәбен, 1935 йылда Энгельс ҡалаһында Осоусыларҙың 14-се хәрби мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылдың декабрендә Алыҫ көнсығышта ОКДВА ВВС-ында 31-се айырым истребитель эскадрильеһында кесе лейтенант булып хеҙмәт итә. 1938 йылдың июленән — 48-се айырым истребителдәр авиация полкының истребитель эскадрильяһы командиры ярҙамсыһы, полк составында Хәсән күле янындағы низағта ҡатнаша, Ленин ордены менән бүләкләнә. 1937 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1938 йылдың көҙөнән — истребитель эскадрильяһы командиры, 1940 йылдың февраленән — 1-се Ҡыҙыл байраҡлы армия ВВС-ының 53-сө истребитель авиаполкы командиры урынбаҫары.
1940 йылдың авгусында Команда һәм штурман составының хәрби академияһына уҡырға инә.
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь / В. П. Горемыкин. — М.: Кучково поле, 2014. — Т. 2. — С. 557-559. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0341-0.
- Бодрихин Н. Г. Советские асы. — М., 1998.
- М. Ю. Быков. Все Асы Сталина 1936—1953 гг.. — Научно-популярное издание. — М.: ООО «Яуза-пресс», 2014. — 1392 с. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3.
- В.В. Рыбалка. Командующие воздушными армиями. — М.: Патриот, 2006. — 390 с. — ISBN 978-570-30-0937-6.
Һылтанмалар
- Зимин Георгий Васильевич. «Герои страны» сайты.
- Биография Г. В. Зимина на сайте «Советские асы»
- Биография на сайте «Красные соколы».
- Г. В. Зимин на сайте Маршалы СССР(недоступная ссылка)