Голованов Александр Евгеньевич

Голованов Александр Евгеньевич (7 август 1904 йыл — 22 сентябрь 1975 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе. Авиацияның баш маршалы (19 август 1944). СССР-ҙың алыҫ ара авиацияһы командующийы (19421944), 18-се һауа армияһы командующийы (19441946), СССР-ҙың алыҫ ара авиацияһы командующийы (19461948). СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы (19461950) депутаты.

РККА-ның ғәскәр төрҙәре тарихында иң йәш маршал.

Биографияһы

Йәшлеге һәм ОГПУ-ла хеҙмәте

Алекса́ндр Евге́ньевич Голова́нов 1904 йылдың 7 авгусында Рәсәй империяһының Түбәнге Новгород ҡалаһында опера йырсыһы һәм буксир пароходы капитан ғаиләһендә тыуа. Һигеҙ йәшендә уны Александр кадет корпусына бирәләр[2].

1917 йылдың октябрендә 13 йәшлек Голованов ҡыҙыл гвардияға инә — буйы ике мет рға яҡын булғас, ул 16 йәшлек булып күренә[3]. 1918 йылдан Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариатының «Профсохлеб» контораһында курьер булып эшләй. 1919 йылдың майынан Ҡыҙыл армияла[4]. Көнсығыш фронтта 28-се уҡсылар дивизияһының 59-сы уҡсылар полкында разведчик булып хеҙмәт итә, һуңынан шул уҡ полкта Көньяҡ фронттың 7-се уҡчылар дивизияһында разведчик була, 1920 йылдың сентябрендә контузия ала. 1920 йылдың октябрендә демобилизациялана. Һуңынан, үҙенең автобиографияһы һәм шәхси эше материалдарына ярашлы, Ҡыҙыл Армия һәм Флоттың Үҙәк идаралығында — курьер, Центропечаттә — агент, Волгосудстройҙа — урман ағыҙыуҙа, агент булып һәм Түбәнге Новгородта ГПУ-ның 5-се Волга полкында электромонтер булып эшләй. Ҡайһы бер мәҡәләләр буйынса, 1920 йыл һуңында махсус тәғәйенләнештәге частарға (ЧОН) инә[2]. 1924 йылда Түбәнге Новгородта Я. М. Свердлов исемендәге урта мәктәпте тамамлай.

Иҫкәрмәләр

  1. Голованов Александр Евгеньевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 1 2 Юрий Баранов. Голованов Александр — главный маршал авиации 2012 йылдың 15 февраль көнөндә архивланған. // газета «Копейка» (Иркутск)
  3. Чуев Ф. И. [www.pseudology.org/Chuev/Golovanov_01.htm Несписочный маршал]
  4. Биография А. Е. Голованова

Әҙәбиәт

  • Коллектив авторов. Великая Отечественная. Командармы. Военный биографический словарь / Под общей ред. М. Г. Вожакина. — М.; Жуковский: Кучково поле, 2005. — 408 с. — ISBN 5-86090-113-5.
  • Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь / В. П. Горемыкин. — М.: Кучково поле, 2014. — Т. 2. — С. 483—485. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0341-0.
  • А. Е. Голованов послужил прототипом[1] одного из главных героев — Александра Холованова (Дракона) в серии исторических романов Виктора Суворова: «Змееед» (2011), «Контроль» (1994), «Выбор» (1997).
  • Чуев Ф. И. Несписочный маршал
  • Главный маршал авиации Голованов: Сб. документов. — М.: Мосгорархив, 2001. — ISBN 5-7228-0089-9
  • Лазарев С. Е. Голованов, Александр Евгеньевич // Российская историческая энциклопедия в 18 томах / Глав. ред. А. О. Чубарьян. Т. 5. М.: ОЛМА Медиа Групп, 2017. С. 157—158.
  • Идашкин Ю. В. Небо его мечты : О Главном маршале авиации А. Е. Голованове. — М.: Политиздат, 1986. — 122, [2] с. — (Герои Советской Родины). — 200 000 экз.
  • Экштут С. Синусоида маршала Голованова. Взлёт и падение сталинского любимца // «Родина». — 2005. — № 5.
  • Главный маршал авиации Голованов: Москва в жизни и судьбе полководца: Сборник документов и материалов. — М.: Мосгорархив, 2001.
  • Решетников В. В. А. Голованов. Лавры и тернии. — М.: «Церера», 1998. — 88 с. — 1000 экз. — ISBN 5-89710-004-7.

Һылтанмалар

  1. Подпись В. Суворова к портрету Голованова на 13-й странице приложения: «Александр Евгеньевич Голованов (1904—1975), ставший прототипом Александра Холованова (Дракона)». Суворов Виктор. Змееед. — М.: Добрая книга, 2012. — С. 13 на вклейке. — 296 с., отд. ил. 40 с. — ISBN 978-5-98124-567-1.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар