Фалалеев Фёдор Яковлевич

Фалалеев Фёдор Яковлевич (19 (31) май 1899 йыл — 12 август 1955 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация маршалы (1944).

Йәшлеге

Фёдор Яковлевич Фалалеев 1899 йылдың 19 (31) майында Вятка губернаһы Прлянское ауылында күп балалы (18 бала, шуларҙың 12-һе сабый сағында йәки бәләкәй ваҡытта вафат була) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләнең фәҡирлеге сәбәпле, ауылында башланғыс һәм Вавож ауылында ике класлы (4-5 кластар) мәктәп кенә тамамлай. Ата-әсәһенең хужалығында эшләй. 14 йәштән Большая Уча һәм Вятские Поляны ауылдарыныда сауҙагәрҙәр кибеттәренд йомошсо һәм һатыусы булып эшләй. 1917 йылдың яҙында Ижевск ҡорал заводында обоймалар ҡырҡыусы һәм конторщик булып эшләй. 1918 йылда Ижевск-Воткинск ихтилалы осоронда большевиктар яғын һайлай, ихтилалсылар баҫып алған Ижевскиҙан Можгаға ҡаса, унда Можга улус революция комитетында социаль тәьминәт бүлегендә эшләй. Шулай уҡ был ревком төҙөгән ҡораллы отрядҡа инә. 1918 йылдан РКП(б.) ағзаһы.

Граждандар һуғышы

Ҡыҙыл армияла 1919 йылдың майынан, ирекмән. Граждандар һуғышында Ҡазанда, Малоархангельск һәм Калугалағы, пулемет командаһының һәм 7-се запас батальондың пулемет взводы командиры була, 1919 йылдан Калугалағы һәм Мценсктағы запас полоктың пулемет мәктәбе комиссары, 1919 йылдың апреленән — Изюм ҡалаһындағы 13-сҡ армияның пехота инспекцияһы сәйәси бүлеге секретары. РККА-ның Көнсығыш фронтында А. В. Колчак армияһына ҡаршы һуғыша, 1920 йылда Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа күсерелә һәм генерал П. Н. Врангель, Көньяҡ Украиналағы күп һанлы бандаларға, бигерәк тә махновсыларға ҡаршы һуғыша.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар