Агальцов Филипп Александрович
Агальцов Филипп Александрович (8 ғинуар 1900 йыл — 29 июнь 1980 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация маршалы (28.04.1962), Польша Халыҡ Ғәскәрҙәре бригадаһы генералы. Советтар Союзы Геройы[2] (21 февраль 1978 йыл).
Биографияһы
Филипп Александрович Агальцов 1900 йылдың 8 (20) ғинуарында Тула губернаһы Ефремов өйәҙе Солдатское ауылында (Тула өлкәһе Ефремов районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Хәрби хеҙмәте
Граждандар һуғышы
1919 йылдың июлендә РККА сафына саҡырыла һәм 1-се айырым Коммунистик батальонға пулеметсы итеп ебәрелә. Шул уҡ йылда РКП(б)ға алына. 1920 йылдың июлендә 487-се уҡсылар полкы (Көнбайыш фронт, 24-се уҡсылар дивизияһы) пулемет отделениеһы командиры итеп тәғәйенләнә. Польша армияһына, шулай уҡ атаман С. Петлюра һәм генерал С. Н. Булак-Балахович ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Һуғыштар араһында
1923 йылдың ғинуарында 24-се уҡсылар дивизияһының 72-се уҡсылар полкының рота политругы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың майында Киев хәрби-сәйәси мәктәбенә уҡырға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң, 1925 йылдың июленән полк мәктәбе политругы, Украина хәрби округының Конотопта дислокацияланған 7-се уҡсылар дивизияһының 7-се артиллерия полкының партия бюроһы секретары вазифаларында хеҙмәт итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Filipp Aleksandrovich Agaltsov // TracesOfWar
- ↑ Агальцов Филипп Александрович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — М.: Барс, 2007. — С. 17. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ҡалып:Книга:Комкоры т2
- Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь / В. П. Горемыкин. — М.: Кучково поле, 2014. — Т. 2. — С. 383 - 384. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0341-0.
Һылтанмалар
- Агальцов Филипп Александрович. «Герои страны» сайты.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.