Борзов Иван Иванович

Борзов Иван Иванович (8 (21) октябрь 1915 йыл — 4 июнь 1974 йыл, Мәскәү) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында диңгеҙ торпедо йөрөтөүсе авиация осоусыһы һәм хәрби етәксе, авиация маршалы (1972), Советтар Союзы Геройы (22.07.1944), 1962 йылдың майынан ғүмеренең ахырына тиклем — СССР Хәрби-диңгеҙ флоты авиацияһы командующийы.

Биографияһы

Борзов Иван Иванович 1915 йылдың (8 (21) октябрендә Рязань губернаһы Егорьев өйәҙе Старое Ворово ауылында (хәҙер Мәскәү өлкәһе Шатура районы Дмитровское ауыл биләмәһе составындағы Ворово ауылы) тыуа. Мәскәүҙә ете йыллыҡ мәктәп, фабрика-завод училищеһын тамамлай, төҙөлөштә эшләй. Бер үк ваҡытта Мәскәү авиация техникумын тамамлай, Осоавиахим аэроклубында шөғөлләнә.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте

Хәрби хеҙмәткә 1935 йылда Осоавиахим саҡырыуы буйынса Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Флотына махсус төркөмгә алына. 1936 йылда И. В. Сталин исемендәге РККА ВВС-ы күҙәтеүселәре — Кйск диңгеҙ осоусылары һәм осоусылар хәрби мәктәбен тамамлай. 1936 йылдың ноябренән Ҡара диңгеҙ флотының Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәт итә: старшина-летчик, 1937 йылдың декабренән — флот ВВС-ының 43-сө тиҙ йөрөшлө бомбардировка эскадрильяһының өлкән летчигы була. 1939 йылдың мартынан Тымыҡ океан флоты Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәт итә: 4-се мина-торпедо авиация полкының өлкән летчигы.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар һәм сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә