Силантьев Александр Петрович
Хеҙмәт итеүе | СССР |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Хәрби звание | Маршал авиации[d] |
Ғәскәр төрө | хәрби-һауа көстәре[d] |
Тыуған урыны | |
Командиры | Рәсәй Федерацияһының Хәрби-һауа көстәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Вафат булған урыны | |
Вафат булған көнө | 10 март 1996 (77 йәш) |
Ерләнгән урыны | |
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
![]() | |
Тыуған көнө | 23 август 1918[1] |
Уҡыу йорто | |
Һуғыш/алыш | |
![]() |
Силантьев Александр Петрович (23 август 1918 йыл — 10 март 1996, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
Силантьев Александр Петрович 1918 йылдың 23 авгусында Екатеринбург ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Урта мәктәптең 7 класын тамамлай. 1934 йылдан Свердловскиҙа «Металлист» заводында слесарь булып эшләй. Бер үк ваҡытта авиация спорты менән шөғөлләнә: 1935 йылдың сентябренән — Первоуральск планер станцияһының инструктор-планерисы, 1937 йылдың апреленән — Свердловск аэроклубы инструкторы.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1938 йылда Ҡыҙыл армияға хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1940 йылда Сталинград хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Көнбайыш Айырым хәрби округында 153-сө истребитель авиация полкында хеҙмәт итә. И-153 истребителендә оса.
Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк Ватан һуғышында беренсе көндән үк, 1941 йылдың 22 июнендә бер нисә хәрби осош яһай. Көнбайыш фронтта һуғыша. 1941 йылдың 23 июнендә беренсе еңеүгә өлгәшә. 1941 йылдың авгусында 160-сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары итеп күсерелә, һуңынан ошо полктың штурманы була. Полк составында Лагг-3 истребителендә Ленинград һәм Волхов фронттарында һуғыша. Һуғыштың тәүге айҙарында тигеҙ булмаған һауа һуғыштарында үҙен яҡшы күрһәтә. 1941 йылдың 29 октябрендә бер алышта ике ике Ju-88 немец бомбардировщигын бәреп төшөрә. 1941 йылдың декабренә 203 хәрби осош яһай, уларҙа шәхсән дошмандың 7 самолетын бәреп төшөрә. Был батырлығы өсөн СССР Юғары Советы президиумы указы менән Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Силантьев Александр Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
Әҙәбиәт
- Коллектив авторов. История командного факультета Военно-Воздушной академии имени Ю. А. Гагарина / В. Е. Зенков. — Москва: ЗАО СП «Контакт РЛ», 2007 год. — С. 246. — 368 с. — ISBN 5-902908-02-7.
Һылтанмалар
- Силантьев Александр Петрович . «Герои страны» сайты.
- Биография на сайте «Красные асы».
- Биография.
- КПСС ағзалары
- Екатеринбургта тыуғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- 10 мартта вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- 23 августа тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлаусылар
- Авиация маршалдары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр