Ворожейкин Григорий Алексеевич
Биографияһы
Григорий Алексеевич Ворожейкин 1895 йылдың 16 мартында Смоленск губернаһы Березники ауылында тыуа[2]. Крәҫтиән сығышлы. Гимназияның 4 класын эсктерн тамамлай. 1914 йылда башланған Беренсе донъя һуғышында Рус император армияһына саҡырыла. 1915 йылда Псков прапорщиктар мәктәбен тамамлай. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Батша армияһындағы һуңғы дәрәжәһе — штабс-капитан.
Граждандар һуғышында Ҡыҙыл Армияла батальон командиры, бригада штабы начальнигы, уҡсылар полкы командиры була. Көньяҡ һәм Көнбайыш фронттарҙа һуғыша.
Һуғыштан һуң хеҙмәтен уҡсылар частарында дауам итә. 1924 йылда III Коминтерн исемендәге Уҡсылар-тактика мәктәбен тамамлай. 1927 йылда ВКП(б)-ға инә. 1930 йылда комсоставты камиллаштырыуҙың тактик курстарын үтә. 1931—1932 йылдарҙа 16-сы уҡсылар дивизияһы командиры була. 1932 йылда Хәрби-Һауа көстәренә күсерелеә һәм Хәрби-Һауа академияһына уҡырға ебәрелә. Уҡыуын тамамлағандан һуң 1934 йылда РККА-ның Хәрби-һауа көстәре начальнигы ярҙамсыһы була. 1936 йылда махсус тәғәйенләнештәге авиация бригадаһының командиры һәм комиссары, шул уҡ йылдың сентябрендә — Махсус Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ көнсығыш Хәрби-Һауа көстәре начальнигының хәрби әҙерлек буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1938 йылда Хабаровскиҙа ОКДВА-ның Махсус бүлеге тарафынан ҡулға алына. Яҡынса тикшереҙәрү ткәрелгәндә ике йыл тиерлек тотҡонда була, туҡмалыуға һәм «интенсив һорау алыуҙарға» дусар ителә, хәрби-троцкистский заговорҙа ҡатнашыуын таный, һуңынан унан баш тарта. 1938 йылдың июлендә ҡулға алыныу сәбәпле РККА-нан сығарыла. 1940 йылдың 21 апрелендә енәйәте раҫланмағанлыҡтан, азат ителә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Grigory Alekseyevich Vorozheikin // TracesOfWar
- ↑ Ныне — Нелидовский район, Тверская область.
Әҙәбиәт
- Пляченко П. Ф. Дан приказ… — М.: ДОСААФ, 1984. — 271 с. — 100000 экз.
- Ҡалып:Книга:Из ГУЛАГа — в бой
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |