Жданова Елена Александровна
Жданова Елена Александровна (23 октябрь 1980 йыл) — спортсы, еңел атлет. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2001. Паралимпия уйындары призеры (1996 һәм 2000 йылдар).
Биография
Елена Александровна Жданова Барнаул ҡалаһында 1980 йылдың 23 октябрендә тыуа. Тыумыштан насар күрә. Өфөнөң 20-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Республиканың спорт-реабилитация үҙәгендә күҙ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең «Луч» мәктәбендә тренерҙар И. С. Романова һәм Т. В. Шепетильникова етәкселегендә шөғөлләнә. 1995 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Ҡаҙаныштары
- 400 метрға, 200 метрға йүгереү буйынса Паралимпия уйындарының бронза призеры (1996, 2000)[1].
- Өс тапҡыр Бөтә донъя уйындары чемпионы (2003) 200 м, 4×100, 4×400 м.
- Рәсәйҙең күп тапҡыр чемпионы (1995—2010) 100, 200 и 400 м йүгереү буйынса.
- Донъя (2002)һәм Европа (1995, 2001, 2005) чемпионы (200 м, 400 м, эстафета буйынса 4×400 м);
- Донъя чемпионатының көмөш призеры (2002)200 м йүгереү буйынса, Бөтә донъя уйындары (2003) 400 м дистанция йүгереү буйынса, Европа чемпионы (2005) 200 м, 400 м.дистанициялары буйынса.
- Донъя чемпионатының бронза призеры (1998), 200м Европа (1997) 400 м йүгереү буйынса. Донъя кубогы (2003) 400 м дистанция буйынса.
- Европа рекордсмены (1995) 4×400 м. Паралимпия уйындары рекордсмены (2000) 100 м.