Муллағәләмов Марат Сабит улы

Муллағәләмов Марат Сабит улы (рус. Марат Сабитович Муллагалямов; 1930 йылдың 7 ноябре, Сермән, Башҡорт АССР-ы2026 йылдың 26 ғинуары, Өфө) — совет хужалыҡ, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән[1]

Биографияһы

Марат Сабит улы Муллағәләмов 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1953 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған, инженер-механик.

1953—1962 йылдарҙа — Өфөләге 20-се п/й ойошмаһының (Өфө моторҙар эшләү заводы) өлкән механигы, инженер-тикшеренеүсеһе.

1962—1965 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында, партия эшендә мәшғүл.

1965—1979 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1979—1986 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.

1986—1990 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.

1990—1991 йылдарҙа — инженер, Йемен Республикаһы[2][3].

Ветеран 2026 йылдың 26 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Биш саҡырылыш Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1996 йылдан 2015 йылға тиклем — һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (өс мәртәбә)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Алты миҙал
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡты социаль яҡлау буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • «Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы» исеме[2]
  • «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» Почет билдәһе[6]

Ғаиләһе

Атаһы — Сабит Муллағәләм улы Муллағәләмов — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Ҡатыны Наирә Шаһиәхмәт ҡыҙы Муллағәлләмова 1988 йылда вафат. Ул БАССР Госпланы Президиумы Рәйесе, сәйәси репрессия ҡорбаны Шаһиәхмәт Дауытовтың ҡыҙы булған. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[7].