Ғәбитов Риф Фәтих улы

Риф Фәтих улы Ғәбитов (рус. Габитов, Риф Фатихович; 1952 йылдың 5 декабре, Аҙналы ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй бейеүсеһе, балетмейстер. 2000—2004 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995)[1].

Биографияһы

Риф Фәтих улы Ғәбитов 1952 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы Аҙналы ауылында тыуған. Атаһы клубта эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәре була, ҡурайҙа, скрипкала уйнаған, йырлаған, бейегән.

1967—1970 йылдарҙа Өфөнөң 1-се интернат-мәктәбендә уҡый һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында университеттың Екатерина Варламова етәкселек иткән «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамблендә әүҙем шөғөлләнә[2].

Уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Бейеүгә һөйөү уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килә, унда 1974—1992 йылдарҙа артист булып эшләй.

1992—1996 йылдарҙа Риф Ғәбитов ансаблдә балет артисы һәм ҡурайсы булып эшләй.

1995 йылда «Еҙ үксә», «Көтөүсе йыры», «Башҡортса краковяк» бейеүҙәрен ҡуйғаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә[1].

Артист карьераһын 1996 йылда тамамлап, Ғәбитов «Социнвестбанк»та эшләй[3].

2000 йылда Риф Ғәбитов халыҡ бейеүҙәре ансамбленә художество етәксеһе булып кире ҡайта.

2004 йылдан Стәрлетамаҡ бейеү театрын етәкләй[1].

Ижады

Риф Ғәбитов 30-ҙан ашыу хореографик әҫәр (рус.)баш. ҡуйған, улар араһында «Еҙ үксә», «Бөркөтстан», «Тархандар», «Ҡоралай» бар. «Илкәйем» вокаль-хореографик ҡуйылышы 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеонды еңеүҙең 200 йыллығына арналған. Ул башҡорт бейеүе «Башҡорт йөрәге» төбәк-ара фестивален ойоштороусыларҙың инициаторы һәм директоры була; уның идеяһы һәм үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәре арҡаһында башҡорт бейеүе Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге коллективтар репертуарына инә[4][5].

2002 йылда дуҫтары менән бергә «Бейеүсе бүреләр» хореографик спектакле шоу-проектын эшләй.

2022 йылда башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте тарихына арналған «Аҫаба» хореографик спектакле проектын эшләй[6].

Шәхси тормошо

Ғаиләһе: ҡатыны Светлана Алексеевна, улы, ике ҡыҙы, ейәндәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994);
  • Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты (1995).

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Риф Фатихович Габитов. МКУ Отдел культуры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
  2. Риф Ғәбитов — "Йәшлек"тә (башҡ.). Молодёжная газета «Йәшлек» (25 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
  3. Габитов Риф Фатихович – биография VIPERSON. viperson.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026.
  4. Танцору и балетмейстеру Рифу Габитову — 70! Управление по культуре и искусству Уфа.
  5. Федоров, Платон. В Уфе прошел юбилейный творческий вечер народного артиста Башкортостана Рифа Габитова, Башинформ (15 декабрь 2022). 16 март 2026 тикшерелгән.
  6. Риф Габитов: «Любой башкирский танец начинается с идеи», Башинформ. 16 март 2026 тикшерелгән.

Һылтанмалар